«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» төбәк проекты буйынса Ташбулатта «Ҡарабалыҡты» ял паркы төҙөлә. Йәмәғәт биләмәһе тиҙҙән халыҡ мәнфәғәтенә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Парк өсөн ауылдың административ үҙәгендәге мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы ҡараған майҙан һайланған. Төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәрен «Строймонтаж» ЯСЙ-һы башҡара.
Объекттың паспортында һүрәтләнгән буласаҡ күркәм ял итеү урыны ысынбарлыҡта ла күҙгә эленерлек булған хәҙер. Асыҡ һауа аҫтында мөһабәт сәхнә ҡалҡып сыҡҡан. Биләмәне иңләп-буйлап үткән тротуарҙар уны айырым өлөштәргә бүлә. Парк булараҡ, төп иғтибар йәшелләндереүгә йүнәлтеләсәк. Майҙандың иң ҙур өлөшөн ылыҫлы ағастар, йәм-йәшел газон, сәскәлектәр биләйәсәк. Ҡара тупраҡ килтерелгән. Ер эштәре тамамланыуға бара.
Уйын һәм спорт ҡорамалдары ике өлөштә урынлаштырыласаҡ. Уларҙы резина япма һалыуға әҙерләп йомшаҡ ҡом менән тигеҙләгәндәр. Кескәйҙәрен уйнатырға алып килгән өлкәндәр өсөн уйын майҙансығы тирәләй эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Парк биләмәһендә, сәхнә алдындағы тамаша ҡылыу рәттәре менән бергә, бөтәһе 22 эскәмйәгә урын билдәләнгән. Яҡтыртыу фонарҙәре, улар бөтәһе 16 урында буласаҡ, ҡуйыла башлаған. Әйткәндәй, электр бағаналарға ер аҫтынан үткәрелгән. Былай хәүефһеҙ ҙә, эстетик яҡтан зауыҡлы ла, ти төҙөүселәр.
Ял итергә килеүселәр өсөн автомобилдәр туҡталҡаһы булдырыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Машиналар ҡуйыу майҙанына асфальт йәйгәндәр. Парк аша үткән мәктәпкә илткән төп юлға ла асфальт һалынған. Ә тротуарҙарға брусчатка түшәлә.
Йәшел биләмәне мал-тыуар, ҡош-ҡорт төйәк итмәһен өсөн, ни тиһәң дә ауыл ере бит, майҙан бөтә яҡтан да биҙәкле тимер рәшәткә менән уратып алынасаҡ, ҡапҡалар ҡуйыласаҡ.