+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Август 2020, 11:36

Бөтә эш өсөн бер контракт

Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығы автомобиль юлдарын ремонтлауға, төҙөкләндереүгә һәм ҡарауға берҙәм контракт төҙөүҙе тәҡдим итә.#ВладимирПутин

Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығы автомобиль юлдарын ремонтлауға, төҙөкләндереүгә һәм ҡарауға берҙәм контракт төҙөүҙе тәҡдим итә.
Закон проекты, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль заказсыларын юлдарҙы ремонтлауға һәм төҙөк тотоуға подрядсы эҙләү буйынса конкурс үткәреүҙән дә азат итә.
Рәсәй Президенты В. Путин 2019 йылдың июнендә үткән Дәүләт советы ултырышында юлдар буйынса тулы циклдағы контракт төҙөүҙе тәҡдим иткәйне, йәғни автомобиль юлдарын төҙөү, аҙаҡтан төҙөк тотоу һәм ҡарауҙы үҙ эсенә ала. “ Улар ( юлсылар) оҙайлы перспективала эшләргә тейеш, юлдарҙы проектлау, төҙөү, төҙөк тотоу һәм ҡарау. Был киләсәктә киң таралырға тейеш,”- тигәйне ул. Рәсәй Хөкүмәте августа “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә, төбәктәрҙә юлдарҙы ремонтлауға һәм модернизациялауға резерв фондынан өҫтәмә 6 миллиард һум аҡса бүлде.
Читайте нас: