+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Август 2020, 11:25

Халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләп

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү — «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ошо программа сиктәрендә республиканың төрлө мөйөштәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла. Беҙҙә иһә Салауат һәм Йәлембәт ауылдарында өр-яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Салауат ФАП-ы тантаналы асылыуҙы көтә, ә ғәмәлдә ул бөгөн халыҡты хеҙмәтләндерә. Ошоға тиклем Салауат хосписы бинаһында бәләкәй генә бүлмәне биләгән ФАП-тың бөгөн салауаттарға һәм ҡужандарға медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн бөтә шарттары булдырылған айырым бинаһы бар.
Медицина учреждениеһы ике ауыл уртаһында — мәктәп менән мәсет араһында урынлашҡан. Мәктәп етәкселегенең үҙ участкаһынан ер бүлеп биреүе ФАП-тың ике ауыл халҡы өсөн уңайлы урында төҙөлөүенә булышлыҡ иткән. Мәктәп баҡсаһында үҫкән ҡарағай-ҡайындар ҙа яңы бинаға айырым бер матурлыҡ өҫтәй.
Әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып ултырған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эстән дә бик күркәм. Ул барлыҡ талаптарға яуап бирерлек итеп төҙөлгән, йыһазландырылған. Сисенеү, ҡабул итеү, процедуралар эшләү, хужалыҡ әйберҙәрен, дарыуҙар һаҡлау өсөн, ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереү өсөн айырым, махсус бүлмәләр бар. Медикаменттар өсөн шкаф, һыуытҡыстар ҡуйылған. Бүлмәләрҙә иҙәнгә ултыртылыусы кварц лампалары ла медицина хеҙмәткәренең эшен еңеләйтә. Сират көтөп ултырыусылар өсөн кушеткалар бар. Коридор яҡты һәм иркен. Сәләмәтлек мөм-кинлеге сикләнгәндәр өсөн пандус ҡуйылған, ишектәр коляска үтерлек итеп киңәй-телгән. Эстә лә, тышта ла бәҙрәф бар.
Бинаны Өфө ҡалаһынан тендерҙа отҡан «Апрель» ЯСЙ-һы (начальнигы Ришат Аҡбашев) төҙөгән. Бөтә төҙөлөш-биҙәү эштәрен участка етәксеһе Сәлих Мостаев етәкселегендә Әхмәр Ильясов, Хашим Зекрин, Салауат Суфиянов, Фәрит Хәмитов, Рифат Ибраһимов, штукатур-биҙәүселәр Әлфиә Ильясова, Гөлсәсәк Йосопова намыҫлы атҡарып сыҡҡан. Төҙөлөш эштәрендә ауылдаштары Ришат Төлкөбаев, Урал Әхмәтйәновтың хеҙмәте ҙур булған.
Пунктҡа һыу үткәреү эштәрен Салауаттан Данил Шәйәхмәтов үҙ өҫтөнә алған: ФАП-тың үҙ скважинаһы бар, СанПиН талаптары буйынса бүлмәләрҙә икешәр раковина ҡуйылған.
Бина электр менән йылытыла, был тәңгәлдәге бар эштәр Нафиҡ Хәмитовтың оҫта ҡулдарына ышанып тапшырылған. Әйткәндәй, Йәлембәт ФАП-ында ла бөтә электрика эштәрен Нафиҡ Ғәле улы башҡарған.
— Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының мөмкинлектәре юғары, бар уңайлыҡтар булдырылған. Компьютер бирҙеләр, интернет үткәрелгән. Ғөмүмән, йыһаз, аппаратура өр-яңы, — ти ФАП мөдире Резеда Ишкилдина.
Резеда Ишбулды ҡыҙы әйтеүенсә, пунктҡа килтерелгән мебелдәрҙе йыйырға ире Данил Ишкилдин менән улдары ярҙам иткән.
Ошондай уҡ проект менән һалынған Йәлембәт ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты ла мәктәп янында урын алған. Шулай уҡ Өфө ҡалаһынан «Лидер Групп» төҙөлөштәр компанияһы» (начальнигы Рөстәм Ғәйнитдинов) ЯСЙ-һы алып барған төҙөлөш тә тамамланыу алдында.
— Уҙған йыл аҙағында бинаның нигеҙе әҙерләнде. Унан инде стеналары күтәрелде. Башҡа бөтә эштәргә көн йылынғас, май айында тотондоҡ, — тип таныштыра эштәр барышы менән төҙөүселәр бри-гадиры Артур Ишморатов. — Шлакоблоктан һалынған стеналарҙы ҡыҙыл кирбес менән йөҙләгәс, ул айырыуса матур булып күренеп тора. Бинаны йылытыу өсөн махсус мате-риалдар ҡулландыҡ.
Эстә штукатурсы Рәлиә Хафизова һуңғы биҙәү эштәрен башҡара. Электр үткәрелгән, һыу торбалары һалынған, раковиналар ҡуйылған. Барыһы ла талаптарға яраҡлы башҡа-рылған.
Беҙ барғанда эшселәр Наил Марадудин, Ильяс Исхаҡов, Антон Саматов ФАП ихатаһын төҙөкләндереү менән мәшғүл ине: инеү юлына плиткә түшәйҙәр, тыштағы бәҙрәфкә тротуар эшләйҙәр, пациенттар уңайлығы өсөн бина янында ултырасаҡ эскәмйәне буяйҙар... Ихата кәртәләп алынған, унда ҡарағай, мышар, ҡарағас ағастары ултыртылған.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Лилиә Хисамет-динова әйтеүенсә, эштә кәрәкле бөтә ҡорамалдар, мебель килтерелгән, улар барыһы ла өр-яңы. Хәҙер инде Белорет ҡалаһынан «Медтехника» фи-лиалы белгестәренең килеп, йыйыуын көтәләр.
Иң мөһиме, халыҡ өсөн уңайлы, бөтә шарттары булған фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асасаҡ. Әлегә фельдшер Йәлембәт ауыл клубы бинаһында ҡабул итә.
ФАП фельдшеры Л. Р. Хисаметдинова ауылда бер генә йыл эшләүенә ҡарамаҫтан халыҡтың ихтирамын яулап өлгөргән. Быға тиклем 16 йыл Магнитогорск ҡалаһында «Тиҙ ярҙам» станцияһында хеҙмәт юлы үтеп, бай тәжрибә туплаған Лилиә Рәшит ҡыҙы Әбйәлил ауылынан йөрөп эшләй.
Фельдшер 400-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, шуның 127-һе балалар. Быйыл йыл башынан һигеҙ сабыйҙың донъяға килеүе ҡыуаныслы.
— Ауыл ҙур ғына, биш урам, шуға саҡырыуҙарға велосипедта йөрөйөм. Ололарға өйҙәренә барып укол һалам, сөнки, күреүегеҙсә, тупһа бик бейек, инәй-апалар имгәкләп килеп менәләр, баҫҡыстан төшөүе уларға тағы ла ҡыйыныраҡ. Яңы бинаға күсһәк, эш шарттары менән бергә халыҡ өсөн бик уңайлы буласаҡ, — тип ҡыуанысын йәшермәй Лилиә Рәшит ҡыҙы.
Читайте нас: