-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Август 2020, 11:05

Сибай яҡыная

Бик үк алыҫ та түгел әбйәлилдәргә был ҡала. Тик Асҡар —Әлмөхәмәт — Сибай трассаһының урта тошондағы асфальт түшәлмәй ҡалған 18 саҡрымлыҡ арауыҡ юлаусылар өсөн һикәлтәле ҡаршылыҡтар һыҙаты булып, былай ҙа осһоҙ-ҡырыйһыҙ тойолған ялан юлын тағы ла оҙайта-оҙонайта ине.

Сибай йүнәлешендә 2014 йылдан туҡтап ҡалған юл төҙөү эше, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды. Өс этапта дауам итәсәк төҙөлөштөң Хәлилдән башлап 6,4 саҡрымы быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Август башында район юлсылары полотноны асфальт түшәүгә әҙерләй башланы. Таш ваҡлағыс цехтың яҡынға күсерелеүе, берҙән, сығымдарҙы ҡыҫҡартһа, икенсенән, участкала эштәрҙе тиҙләткән. Үткән аҙнала ҡырсын түшәү тамамланған тәүге метрҙарҙа асфальт һала башлағандар.
Участкала эштәр эҙмә-эҙлекле һәм бик ҡыҙыу бара. Асфальт һалыусылар бригадаһы Хәлилде үтеп, Монаш тауына артылған. Тау ашаһында таш онтағыс цех геүләп эшләп тора. Бында Ринат Килдин, Әнис Хәсәнов, Мөхәрләм Ғәлиуллин тырышлыҡ күрһәтә. Бейек «таш тауы» өҫтөндә зыр әйләнгән экскаваторҙың КамАЗ-дарҙы тейәп оҙатыуына хатта күҙ эйәрмәй. Экскаватор машинисы Рәшит Дауыбаевтың һәм тәжрибәле водителдәрҙең дәү техникаларға оҫта идара итеүҙәрен күҙәтеүе үҙе бер һоҡланғыс тамаша!
Шоссе буйлап өйкөм-өйкөм булып теҙелгән ҡырсын өйөмдәрен ҡеүәтле грейдерҙар ышырып таратып бара, улар артынса ташты тип-тигеҙ итеп, лыпым һеңдерә тапатып, катоктар үтә. Юл һыҙатының нигеҙен әҙерләүселәр бригадаһы менән Азамат Яхин етәкселек итә. Юлдың икенсе яғында иһә «Камацу» һәм «Хитачи» бульдозерҙарында Руслан Мөхәмәтов менән Руслан Йыһаншин, ерҙе кәҫе-ташы менән аҡтарып, полотноның ситен күтәреүгә әҙерләй.
Эш күләмен башҡарыусы Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығын «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте өҫтәмә техника һәм эшсе көстәр менән тәьмин иткән. Ейәнсура, Мәләүез, Баймаҡ, Федоровка ДРСУ-ларынан водителдәр командировкаға килгән. Юлсыларҙы Асҡарҙан төҙөлөш участкаһына «Газель» машинаһында Ринат Солтанов алып йөрөй. Эш көнө иртәнге етенән киске туғыҙынсы яртыға тиклем дауам итә. Оҙон көн дауамында 250 метр арауыҡҡа асфальт һалына. Ҡырсынташ түшәүселәрҙең эше лә ныҡ шәп ырамай. Ошонан ғына ла юлсылар хеҙмәтенең еңел түгеллеген күҙалларға була.
Асфальт Асҡар АБЗ-һынан өҙлөкһөҙ ташып өлгөртөлә. Быға ете КамАЗ машинаһы йәлеп ителгән. Көнөнә 250-320 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы килтерелә. Асфальт түшәгес машинисы Ринал Дәүләтбирҙин, катоксылар Сибәғәт Әхмәтғәлин, Таңатар Ғарипов, Ғаяз Шаһимәрҙәнов һәм юл эшселәре Руслан Баталов, Артур Лобанов, Рамил Ҡаҙаҡбаевтан торған бригадаға мастер С. Р. Хәлитов етәкселек итә.
— Юлдың киңлеге, стандартҡа ярашлы, 7 метр. Әле беренсе ҡатламға 7 сантиметр ҡалынлыҡта эре бөртөклө асфальт түшәйбеҙ. Бынан һуң икенсе ҡатламға ваҡ бөртөклө ҡатнашма һалына. Уның ҡалынлығы 5 сантиметр тәшкил итәсәк. Юлды октябрь уртаһында файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ, — ти Салауат Рим улы.
Читайте нас: