+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Август 2020, 11:15

Йәйәүлеләр өсөн юл һыҙаттары яңыртылды

Район үҙәгенең төп урамдарының береһендә юл йөрөүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ремонт эштәре уҙҙы. Ленин урамында юл һәм йәйәүлеләр һыҙаттары яңынан буялды.

— Быйыл юл фондынан бүленгән аҡсаға төп урамда юлға пластик һыҙаттар һалырға ҡарар иттек. Әлбиттә, ул ябай буяуға ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк, әммә сифаты яғынан яҡшыраҡ һәм оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк. Аҡ буяу өс айҙан юйылһа, пластик бер йылға тиклем һаҡланасаҡ. Был эшкә 280 мең һум аҡса тотонолдо, — тине Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Харрасов.
Йәйәүлеләр өсөн район мәҙәниәт һарайы һәм төп майҙан янындағы ике һыҙат яңыртылған. Ҡараңғы мәлдә ялтырап, алыҫтан күренәсәк был һыҙаттар айырыуса эргәләге мәктәп уҡыусылары хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.
Зауыҡлы биләмәләр йылында район үҙәген төҙөкләндереү сиктәрендә М. Шай-моратов урамында ремонт көтөлә. Сен-тябрь айында юлдағы соҡор-саҡырҙар асфальт япма аҫтында ҡаласаҡ. Шулай уҡ Көнсығыш-2 биҫтәһендә ете урамға ҡырсынташ түшәләсәк.
Читайте нас: