«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә башҡарылған төҙөлөштәр ярҙамында быйыл республикала 1,25 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, шуларҙың 833,3 мең квадрат метры — шәхси сектор. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында бишенсе урында килә.