+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Сентябрь 2020, 12:25

Нур сәсәләр сәскәләр

Хозур йәйҙе район үҙәге тиҫтәләрсә йылдар дауамында нығынған йола — Сәскәләр байрамы менән оҙатты

Быйылғы йәй муллығы, йомартлығы менән һөйөндөрҙө. Баҡсала ғына түгел ҡырҙа ла емеш-еләк ишелеп уңды, әйләнә-тирә гөл-сәскәгә күмелде, хатта ҡайһы бер үҫемлектәр икенсегә таждарын асып ғәжәпләндерҙе. Ә уңған хужабикәләрҙең тилберлегенә яуап итеп шәхси биләмәләр ожмах мөйөшөнә әүерелде, хеҙмәткәрҙәр коллектив көс менән эш урындарында зауыҡлы гөлбаҡсалар үҫтерҙе.
Байрамға тиклем Асҡар ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларынан торған комиссия учреждениелар биләмәләрен һәм заявкалар буйынса шәхси албаҡсаларҙы ҡараны.
Йыл йәшеллек донъяһы өсөн бик уңай килһә лә, кешелек өсөн һынауҙарын ҡуйҙы. Тажлы зәхмәт ер йөҙөн баҫып алған шарттарҙа, нәҡ сәсеү осоронда күпселек үҙ ҡурсаланыуҙа булғанда, башлыса дежур хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән эш урындарында үҙ мәлендә ҡара ергә орлоҡ һалыныуы оло маҡтауға лайыҡ. Уның ҡарауы бөгөн бөтә ер аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән.
Асҡарҙа сәскә үҫтермәгән ойошма-предприятиелар хәҙер юҡ та шикелле. Булһа ла бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр. Хатта тимер-томор, техника араһында ла сәскәләр нур сәсә. Башлыса ир-егеттәр эшләгән район юл ремонт-төҙөлөш идаралығының сәскәлегенең матурлығын һүҙ менән генә һүрәтләп бирерлек түгел. Бер һүҙ менән гортензиялар батшалығы тиергә мөмкин. Бында махсус ландшафт дизайнерының ҡулы һиҙелгәндәй тойолһа ла, күп йылдар сәскә үҫтереү менән ДРСУ хеҙмәткәре Земфира Хәйруллина шөғөлләнеүен гәзит уҡыусылар яҡшы хәтерләйҙер, моғайын. «Урал аръяғы» УЭМВС-ы, янғын һүндереү часы, ДОСААФ коллективтарында шулай уҡ көслө заттар өҫтөнлөк итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙа ла сәскәләр хуш еҫтәр тарата.
Үҙәк майҙан йылдағыса иртә яҙҙан шау сәскәлә. Район хакимиәте, финанс идаралығы, мәғариф бүлеге, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең дөйөм хеҙмәте сағыла унда. Әйткәндәй, Ленин урамында тротуар буйындағы клумбаларҙы, заправкалау станцияһы эргәһендәге, әйләнешле хәрәкәтле юл сатындағы сәскәлектәрҙе лә ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләй. Үҙәкләштерелгән бухгалтерия ҡыҙҙары үҙҙәренең мөйөшөн зауыҡлы итеп тота. Район мәҙәниәт йортоноң рауза баҡсаһы быйыл бер ни сама үҙгәрештәр кисергән, сәскәләр батшабикәһе янына төрлө төҫтәге башҡа гөлдәр ҙә ултыртылған. Китапхана хеҙмәткәрҙәренең йәй буйына бал ҡортондай баҡсанан сығышмауы ла күркәм һөҙөмтәһен биргән: бер түгел ике һәйкәл урынлашҡан биләмәлә тәртип һәм хозурлыҡ хаким итә. Һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындарҙың ҡараулы булыуы маҡтауға лайыҡ. «Ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәләк булыусылар, Афған яугирҙәре иҫтәлектәренә мемориалдар тыныслығын матур сәскәләр һаҡлай. Йәштәр йорто алдындағы хозурлыҡты йәш техниктар станцияһы һәм «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре үҫтергән. Музей, сәнғәт мәктәбе, балалар ижады йорто, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, урман хужалығы, ветстанция, күп функциялы үҙәк баҡсалары ла иғтибарҙы йәлеп итә. Үҙәк район дауаханаһы еңел булмаған көсөргәнешле йылда ла «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!» девизына хыянат итмәгән.
Мәғариф учреждениеларындағы сәскәләрҙән хасил булған гүзәллекте сикһеҙ фантазия байыта. Тематик түтәлдәр, биләмәләр һоҡландыра. «Сулпылар» балалар баҡсаһында георгиндар аллеяһы булдырылған, «Ҡайынҡай»ҙа, Т. Кусимов исемендәге гимназияла Еңеүҙең 75 йыллығына дан һүҙҙәре сәскә телендә яҙылған. Ҡандай ҡыҙыл таждар мәңгелек ут булып яна. 1-се мәктәптең, «Тирмәкәй», «Миләш» баҡсаларының иғтибарҙы биҙәлешкә йүнәлтеүе сағыла. Тағы ла шул: йылдан-йыл зауыҡ кимәленең үҫеүе күҙәтелә. Әле яңыраҡ ҡына петуния тип иҫебеҙ китһә, хәҙер күпселек урындарҙа рауза, гортензия кеүек һәм башҡа таныш булмаған күркәм сәскәләр гөрләп үҫә.
Сәскәләр байрамы халыҡ хәүефһеҙлеге хаҡына был юлы күргәҙмәһеҙ ябай ғына үтте. Т. Кусимов исемендәге гимназия ҙур булмаған сәскәләр һәм йәшелсәләр эскпозицияһы тәҡдим итте һәм бер-ике урында сәскә һатыусылар мәктәпкә гөлләмәләр сауҙаһы ойошторҙо. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сәскәләргә арналған йырҙарҙан концерт менән сығыш яһаны. Матурлыҡ яратыусыларҙы район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева тәбрикләне.
— Ҡарағыҙ: әйләнә-тирәбеҙ шундай матур! Тырыш хеҙмәтегеҙ менән иҫ киткес гүзәллек тыуҙырҙығыҙ, зауыҡлы биләмәләр йылына үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙ, — тине ул.
Байрам уңайынан Линиза Камил ҡыҙы райүҙәкте йәшелләндереүгә тура мәғәнәһендә ҙур көс һалған Асҡар ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Дилә Нурлығаяноваға ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының бүләген тапшырҙы.
«Сәскәләр – 2020» конкурсының һөҙөмтәләре түбәндәгесә билдәләнде. Предприятиелар һәм ойошмалар ара-һында ДРСУ — беренсе, «Урал аръяғы» УЭМВС-ы — икенсе, ДОСААФ, китапхана һәм мәҙәниәт йорто өсөнсө урынға лайыҡ булды. Белем усаҡтары араһында гимназия еңеүсе булды, икенселә 1-се мәктәп, өсөнсө урында сәнғәт мәктәбе һәм балалар ижады йорто билдәләнде. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениедары араһында беренсе урын «Сулпылар», «Тирмәкәй» балалар баҡсаларына бирелде, ҡалған урындарҙы «Ҡайынҡай» һәм «Миләш» бүлеште. Тырыш хеҙмәт аҡсалата премия менән дәртләндерелде. Асҡарҙы йәшелләндереүгә тос өлөш индергән ҡалған ойошмалар, шәхси баҡсаларында гөрләтеп сәскә үҫтергән егәрле хужабикәләр Миңзифа Йыһанова, Мәмдүҙә Мәхмүтова, Гөлназ Малыбаева, Илүзә Шәйәхмәтова, Рабиға Сәйетғәлина, Зөлфирә Сөләймәнова, Нурһылыу Хитауллина, Миңлегөл Абдрахманова, Матросов урамы буйынса 7-се һанлы ике ҡатлы йорттоң ихатаһын сәскәгә күмгән татыу күршеләр — Фәүзиә Камалова, Зәйтүнә Ҡотлоғужина, Гөлдәр Шакирова һәм Айһылыу Латипова баҡса кәрәк-яраҡтары менән бүләкләнде.
Читайте нас: