+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Сентябрь 2020, 16:24

Машинала йөрөүселәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә ҡәнәғәт

Красная Башкирия ауылының Үҙәк урамына асфальт түшәлә

Был мәсьәләне халыҡ йыйындарҙа оҙаҡ йылдар күтәрә килде. Асфальт тигән исеме генә ҡалған соҡор-саҡырлы юлды ямап йүнәтерлек түгел ине. Бөтә социаль объекттар — дауахана, мәктәп, ауыл биләмәһе, почта, АХК идараһы, мәҙәниәт йорто, «Малыш» балалар баҡсаһы һәм башҡа халыҡ күпләп йөрөгән мөһим учреждениелар урынлашҡан урамда юл ҙур проблема булып торҙо.
Ниһайәт, урам юлының яңыртылыу сәғәте етте. Уны капиталь ремонтлауға 16 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ауыл биләмәһе хакимиәтенән алып Төҙөүселәр урамына тиклемге 1,2 саҡрым арауыҡҡа асфальт түшәлә. Подряд эштәрен «Башспецстройматериалы» ЯСЙ-һы (В. М. Заһитов) башҡара. Юл төҙөүселәр август аҙағында эшкә тотонған. Элекке асфальт ҡатламын һыҙырып ташлап таш түккәндәр. Грейдер һәм каток ҡырсынды тигеҙләп асфальт түшәүгә әҙерләй. Бер юлы тротуар эшләп ҡалдырыу ҙа сметаға индерелгән. Йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ.
— Ҙур ауылдың проблемалары ла ҙур. Урам юлдарын яйлап тәртипкә килтерә башланыҡ. Уҙған йылда Октябрьск урамына 1,5 километр асфальт һалынды. Әлеге ремонтты оҙаҡ көтөп алдыҡ. Халыҡтың ҡыуанысы ҙур. Тротуар булһын тигән шартыбыҙ ҙа үтәлә. Сөнки бөтә кеше лә машина менән йөрөмәй. Көн дә был юлдан мәктәпкә һәм баҡсаға балалар уҙа. Былтыр «Заманса ҡала мөхите» проекты буйынса төҙөкләнде-релгән «Йәйғор» ял паркына бигерәк тә киске ваҡытта йәйәү йөрөүселәр күбәйә, — ти Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы З. Н. Кәримов.
Читайте нас: