+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Сентябрь 2020, 13:30

Экологик өмәгә!

19 сентябрь — Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сиктәрендә республикала экологик акция уҙасаҡ

19 сентябрь — Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сиктәрендә республикала экологик акция уҙасаҡ.
Республика акцияһына әҙерлек барышын тикшереү маҡсатында район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов ауыл биләмәләре башлыҡтары менән селектор кәңәшмә уҙғарҙы.
— «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә район буйынса экологик өмәләр уҙасаҡ. 19 сентябрҙә Асҡарҙа һәм ауылдарҙа хеҙмәт коллективтары тирә-яҡты таҙартыуға йәлеп ителәсәк, — тине Фуат Рәфҡәт улы. — Күл-йылға буйҙары, юл ситтәре ҡый менән тулған, сүп-сарҙы йыйыу мотлаҡ. Тәбиғәтте һаҡлауға, яҡлауға йүнәлтелгән саранан халыҡ ситтә ҡалмаҫ тип ышанам.
Өмә япраҡ, ботаҡ йыйыуға ғына ҡоролмаһын, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары — пластик, быяла шешә, консерва һәм башҡа туҙып ятҡан, тирә-яҡты йәмһеҙләгән ҡыйҙан ҡотолоу зарур тип билдәләнде кәңәшмәлә.
Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев Асҡарҙың тирә-яғы, Ҡоръятмаҫ тауы, Бөрсөнсө, Атауҙы, Өскүл буйҙарын таҙартыу кәрәклеген әйтеп үтте. Курорт төбәгендәге күлдәргә иһә Магнитогорск ҡалаһының уҡыу йорттарында белем алыусы студенттарҙы ярҙамға саҡырырға тигән тәҡдим индерҙе Булат Юныс улы. Әйткәндәй, күрше ҡала халҡы элек-электән күл буйҙарын таҙартыуҙа ихлас ҡатнаша.
26 сентябрҙә — «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙасаҡ. Сараның төп маҡсаты ауыл-ҡалаларҙы, уларҙың тирә-яғын йәшелләндереү. Парк-аллеяларҙа, йорт алдарына ағас үҫентеләре, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Советтар Союзы Геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хәтерен мәңгеләштереп, «Геройҙар аллеяһы», «Еңеү урманы» акциялары ҡаралған.
Ф. Махийәнов ауыл биләмәләре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, урындарҙа эште тейешенсә ойоштороуҙы талап итте. Ағас үҫентеләре әҙерләү өсөн биләмә башлыҡтары яуаплы. Изге эшкә мәктәп коллек-тивтарын, уҡыусыларҙы йәлеп итеү мөһимлеге әйтелде. Төрлө конкурстар уҙғарыу ҙа хуплана. Мәҫәлән, күп ҡатлы йорттар фатирҙарында йәшәүселәр ғаиләләре менән ағас ултыртһа, белем усаҡтары янында уҡыусылар класс менән үҫентеләр сәсһә, һуңынан ағастарҙы тәрбиәләһә — яҡшы буласаҡ.
Д. ИҘРИСОВА.
Читайте нас: