+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Сентябрь 2020, 11:35

Туристик объекттарға илткән юлдар ремонтлана

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә туристик объекттарға илткән 400-ҙән ашыу юл төҙөкләндереләсәк.#национальныепроекты#регпроекты

27 сентябрҙә билдәләнгән туризм көнө уңайынан ошо мәсьәләгә айырым иғтибар йүнәлтелеүе хаҡында белдерелде. Рәсәйҙә иң популяр туристик маршрут булараҡ Карелия Республикаһы билдәләнә. Бында милли проект сараларына Шуйская – Гирвас йүнәлешендә 32 километрлыҡ юл ремонтлана, эште 31 октябргә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр. Ошондай уҡ эштәр Байкал буйында, Калининград, Ленинград, Киров өлкәләрендә алып барыла. Был төбәк альпинистарҙың яратҡан урындары һанала.
Читайте нас: