+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Сентябрь 2020, 11:39

Ныҡлы тамыр ебәрһен үҫентеләр

Уҙған шәмбе республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 530 мең төп ҡыуаҡ һәм 769 мең ағас үҫентеләре ултыртылды. Өмәләрҙә 86 мең кеше ҡатнашты.

Уҙған шәмбе республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 530 мең төп ҡыуаҡ һәм 769 мең ағас үҫентеләре ултыртылды. Өмәләрҙә 86 мең кеше ҡатнашты.
«Йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда республика халҡы ҡатнашлығында һәм урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан 32 миллион төп ағас ултыртыласаҡ. Әйткәндәй, икенсе йыл инде беҙ ағастарҙы ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк ултыртабыҙ. Ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа батыр ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә «Геройҙар аллеяһы», «Еңеү урманы» һыҙаттары барлыҡҡа килеүе ыңғай күренеш», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә.
Тыуған еребеҙҙе йәшелләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был акцияға әбйәлилдәр ҙә әүҙем ҡушылды. Районда ағас ултыртыу өмәләре гөрләне. Был изге эштән берәү ҙә ситтә ҡалманы: уҡыусылар, хеҙмәт коллективтары, ирекмәндәр, ауылдар халҡы ихлас ҡатнашты. Хәүефһеҙлек саралары хаҡында ла онотолманы.
Ташбулатта, мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ил азатлығы өсөн һәләк булған яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында ауылдағы яңы скверҙа алмағастар ултыртылды. Ошо уҡ көндө ауыл Советы биләмәһе бинаһы янында ултыртылған ҡарағай һәм мышар ағастары үҫентеләренең дә ныҡлы тамыр ебәреүенә ышаныс ҙур.
Хәлилдәр иһә был акция сиктәрендә ветерандар скверына һәм уҙған йыл файҙаланыуға тапшырылған балалар майҙансығына ағастар ултыртты.
Билдәле булыуынса, Йәнгел ауылында «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә ике ҡатлы йорттар урынлашҡан урамда ҙур ял паркы барлыҡҡа килде. Шәп ял урыны тағы ла матурыраҡ булһын өсөн өмә көндө ике ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр нәҡ ошонда мышар, балан, әлморон, барбарис үҫентеләре сәсте. Ағас ултыртыу өмәләре шулай уҡ «Дуҫлыҡ» скверында дауам итте. Мәктәп, дауахана коллективтары үҙ биләмәләрен йәшелләндерҙе.
Красная Башкирия ауылы халҡы былтыр файҙаланыуға тапшырылған «Дуҫлыҡ» скверына ағастар ултыртты.
Ҡушыйҙың мәктәп һәм клуб баҡсалары ауыл халҡы ултыртҡан ҡарағай, мышар ағастары менән тулыланды.
Район үҙәгенең учреждение-ойошма коллективтары үҙ биләмәләрен йәшелләндереүҙән тыш, үткән яҙ район һабан-туйы биләмәһендә данлыҡлы яҡташтарыбыҙ — Таһир Кусимов, Григорий Васев һәм Ғәбдрәүеф Дәүләтовтар иҫтәлегенә булдырылған Геройҙар аллеяһына һәм Еңеү урманына өҫтәп ағас ултырыу менән мәшғүл булды.
Шулай итеп, һәр кем изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Еребеҙҙә һәр саҡ тыныслыҡ, именлек булһын.
Күп ауылдарҙа күмәк эштән һуң күңелле ял ойошторолдо: акцияла ҡатнашыусылар өсөн һәр ерҙә уңған хужабикәләр самауырҙар ҡайнатты, уларҙы ҡайнар сәй, тәм-том менән һыйланы, тирә-йүнгә йыр-моң ағылды...
Читайте нас: