+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Октябрь 2020, 12:52

Йыһановтарҙың йәннәт баҡсаһы

Сәскәләр байрамы алдынан комиссия менән шәхси ихаталар буйлап йөрөгәндә таныштым матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикә менән.

Сәскәләр байрамы алдынан комиссия менән шәхси ихаталар буйлап йөрөгәндә таныштым матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикә менән. Күҙ алдына килтерәһегеҙме — албаҡса ла, ҡапҡа эсе лә, хатта йорт тупһаһы ла шау сәскәлә! Нескә заттың зауығын да, тырышлығын да, көсөн дә, тормошҡа ҡарашын да сағылдырған гөлбаҡса әҫәрләндермәй ҡалманы һәм, мин ҡырауҙарҙан алда, сәскәгә күмелгән йортҡа яңынан килергә өлгөрҙөм.
Сәскәләр байрамы алдынан комиссия менән шәхси ихаталар буйлап йөрөгәндә таныштым матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикә менән. Күҙ алдына килтерәһегеҙме — албаҡса ла, ҡапҡа эсе лә, хатта йорт тупһаһы ла шау сәскәлә! Нескә заттың зауығын да, тырышлығын да, көсөн дә, тормошҡа ҡарашын да сағылдырған гөлбаҡса әҫәрләндермәй ҡалманы һәм, мин ҡырауҙарҙан алда, сәскәгә күмелгән йортҡа яңынан килергә өлгөрҙөм.
Асҡарҙа йәшәүсе Миңзифа Йыһанованың сәскәселек менән ихласлап шөғөлләнеүенә тиҫтә йыл самаһы бар.
— Үҙемдең хәлдән генә килгән эш түгел. Баҡсаны ғаилә менән ҡарайбыҙ тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Мин күберәге етәкселек итәм, эш ҡушам, өйрәтәм. Иптәшем яҙғыһын ҡаҙып, тиреҫ таратып ерҙе әҙерләп бирмәһә, уңайлы итеп бөтә биләмәгә һыу торбалары һуҙмаһа, каникулға ҡайтҡан балаларым йәй буйы тәрбиәләшмәһә, матурлыҡ булған хәлдә лә, был тиклем үк булмаҫ ине, — тип ҡаршыланы хужабикә.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының йорт-хужалыҡтағы эше тауыҡ сүпләһә бөтөрлөк түгел. Геройымдың тормошо ла тынғыһыҙ. Ул ҡалаға йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, донъяһын гөл итеп тоторға, мал-тыуарының ағын, баҡсаһының емеш-еләген, йәшелсәһен тәләфләмәй эшкәртергә, тәмле итеп аш-һыу яраштырырға, себеш алып көтөргә өлгөрә. Зарланмай, һуҡранмай, тормошҡа һөйөү тулы күҙҙәр менән баҡҡанға ла эштәре уң, ваҡыты бәрәкәтле уның. Мин килгәндә лә, сыуаҡ көнгә тура килгән ялын бушҡа ебәрмәй, өй йыуыу менән мәшғүл ине. Ихатала рәшәткәләргә матур тышлы түшәк-ҡаралтылар сығарып эленгән, тигеҙ генә итеп теҙелгән ҡорған-селтәрҙәр кер бауында ҡояшҡа кибә. Өй йылыһы, ҡатын-ҡыҙ ҡулы ипкене бөтә ҡапҡа эсенә таралған илаһи күренешкә һоҡланып, аласыҡтан сыҡҡан икмәк еҫенә иркәләнеп, бер килке туҡтап торҙом.
Йыһановтар 1993 йылда Асҡарҙа нигеҙ ҡорған. Әле аласыҡ ролен үтәгән бәләкәй йорттарын төҙөп инеп тормош көтә башлағандар. Һуңыраҡ бөтә уңайлыҡтары булған ҙур йорт күтәргәндәр. Тормош иптәше Усман Абдулхай улы — Ярлыҡаптан, Миңзифа Таштимер ҡыҙы Ҡырҙас ауылыныҡы. Яҡшы уҡыуы менән айырылып торған ҡыҙ Өфөлә еңел сәнәғәт техникумында тегеү буйынса технолог һөнәрен үҙләштерә. «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булам тигән хыялымды тормошҡа ашыра алмауым бәләкәй генә үкенесем булып ҡалды. Шулай ҙа зарланмайым. Тормошомдан бик ҡәнәғәтмен. Балаларыбыҙ уҡыһын, үҙҙәре теләгән юҫыҡтан китһендәр тип, уларҙың үҫешенә ҙур тырышлыҡ һалабыҙ», — ти ул.
Өс балаға ғүмер биргән Йыһановтар. Өлкән ҡыҙҙары Алһыу гимназияны алтын миҙалға, аграр университетты ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Һөнәре буйынса кадастр инженеры. Әле контракт буйынса хеҙмәт итеүсе тормош иптәше менән Тажиҡстанда йәшәйҙәр. Альмира быйыл Р. Ғарипов исемендәге 1-се гимназияны миҙалға тамамлаған. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары һөҙөмтәләргә тапшырыуы уға бик күп абруйлы юғары уҡыу йорттарының ишектәрен асҡан. Химия фәне менән мауығыуы уны Ҡазан милли тикшеренеү технология университетына алып киткән. Фидан Р. Ғарипов исемендәге гимназияның 10-сы класында химия-биология йүнәлеше буйынса уҡый, киләсәктә табип булырға уйлай. Балалар ҡырға китеп бөткәс, икәүҙән-икәү генә тороп ҡалмаған Миңзифа һәм Усман Йыһановтар. Ун йылдан ашыу инде Усман ағайҙың атаһы Абдулхай Ғиниәт улын үҙ ҡарамаҡтарында тәрбиәләйҙәр. Килененең яҡшы хәстәре, йылы аштары өсөн 86 йәшлек апа рәхмәттәр уҡып, изге фатихаһын биреп ултыра.
Миңзифа Таштимер ҡыҙы сирек быуат хеҙмәт ғүмерен Асҡар сәнғәт мәктәбенә арнаған. Хужалыҡ эштәре буйынса мөдир һәм костюмер вазифаһын бергә тартҡан. Ул теккән төрлө-төрлө сәхнә косюмдарында балалар әле булһа сығыш яһай. Заказ буйынса теккәндәренең иһә иҫәбе юҡ. Уның күҙ нурҙары тамған ҡотло күлдәктә Әлиә Мөхөтдинова «Байыҡ» балалар фестивалендә гран-при яулаған. Уның ҡул йылыһын һаҡлаған милли костюмдарҙа Байым мәктәбенең бейеү ансамбле һаман сәхнәләрҙе дер һелкетә. Уның төн йоҡоларын ҡалдырып, ҡулдарын талдырып теккән диңгеҙ флотилияһы формаларында гимназистар ғорур баҫып, парадта үтә. Мәҙәниәт бүлегенә ҡараған учреждение хеҙмәткәре булараҡ, өҫтән етәкселек ҡушҡан заказ-дарҙы ла ваҡытына тегеп өлгөртөр була. Йыл һайын һабантуйҙың театрлаштырылған өлөшө тамашаларына сценарий буйынса ғәҙәти булмаған персонаждар образын тыуҙырыу уның иңдәренә ята — Ямғыр, Ер-әсә, Ҡояш костюмдарын, массовка өсөн өҫ кейемдәрен оҫталарса әҙерләй.
Магазин кәштәләре бушап ҡалған 90-сы йылдар башында донъяға килгән ҡыҙы Алһыуҙы, пальтоһына тиклем үҙе тегеп, ҡурсаҡ кеүек йөрөтә әсәһе. Туғандарының балаларының өҫ-башына ла әҙ текмәй Миңзифа апай. Түшәк кәрәк-яраҡтарын, тәҙрә пәрҙәләрен, ҡорғандарҙы хәҙер ҙә үҙе тегә. Уларҙың матурлығын һөйләп бөтөрлөк түгел — һәр береһе ҡабатланмаҫ сәнғәт өлгөһө.
Бер нисә йыл элек Миңзифа Йыһанова, ҡыҫҡартылыуға эләгеп, эшенән китергә мәжбүр була. Өҫтәүенә иптәше лә эшһеҙ ҡалған саҡҡа тура килә. «Һынауҙар бер кемгә лә осраҡлы бирелмәй. Тимәк, тормошоң үҙгәрештәр талап итә һәм ул һынылыштарҙан ҡурҡып, баҙап ҡалырға кәрәкмәй, боролош-һикәлтәләрҙе лайыҡлы үтә белеү мөһим. Шул ваҡытта үҙеңә лә тоғро ҡалаһың», — ти бөгөнгө эш урынынан, килеменән бик ҡәнәғәт геройым. Руль артына ултырыуына ла байтаҡ, ҡалаға үҙ машинаһында йөрөп эшләй.
— Тегеү минең өсөн ҡасандыр өҫтәмә килем сығанағы булһа, лайыҡлы эш хаҡы алып эшләй башлағас, күңел шөғөлө булып ҡалды. Хәҙер тегеүгә илһам килгәндә генә ултырам. Башҡарасаҡ әйберемә яратып тотонам, бөтә зауығымды һалам, ваҡыт ҡыҫа тип ашыҡмайым. Күптән уйымда йөрөткән эштәремде барлайым. Бигерәк тә мине милли тематика илһамландыра. Ҡорама ҡорорға, нағыш-биҙәктәр һалырға яратам. Тирмәләр эсен ҡаралды менән йыһазландырыу — үҙе бер күңелле мәшәҡәт, — ти ул.
Донъяға һөйөү менән бағыу бөтә ауырыуҙарҙан дауа, тип иҫәпләй Миңзифа Таштимер ҡыҙы. Уның тышҡы сибәрлегенең, һөйкөмлөлөгөнөң, күңел бөтөнлөгөнөң, әйләнә-тирә донъяһының сихри нур, баҙыҡ төҫтәрҙә балҡыуының сере бына нимәлә икән.
— Сәскәләремә нисек баҡһам, тормошто ла шулай яратам. Сәскәләр күрер күҙҙе наҙлап ҡына ҡалмай, күңелдә лә матурлыҡ тыуҙыра, — ти үҙе. Ҡыҙыҡ өсөн нисә төрлө сәскә үҫтереүен һорайым. Ҡабатлау таблицаһын белгән кеүек уңғанбикә яттан теҙә: георгиндарым — 14, лилиәләрем һәм раузаларым 7-шәр төҫлө, күп йыллыҡ сәскәләрем — 23, бер йыллыҡтарым 18 төрлө, ти. Ғәжәп бит!
Миңзифа апайҙың шау сәскәле ихатаһында йәшелсә-емеш тә ярайһы ғына урын биләй. Һәм, билгеле, уңышы мул. Алмағастар емештәренә көсө етмәй эйелеп ултыра. Абрикос, айыу баланы кеүек ағас-ҡыуаҡтар ҙа үҫә. Түтәлдәрҙә бөтә төр йәшелсә бар. Хатта ят-ят тәмләткестәр ҙә. Быйыл Усман Абдулхай улы эшләп ултыртҡан теплицала ҡауын менән ҡарбуз уңған. Башҡа нимә тиһең инде: уңғандарға — уңыш юлдаш!
Читайте нас: