+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Октябрь 2020, 13:07

Һеҙҙең хеҙмәт — барыһының күҙ алдында

Юлдарҙың хәүефһеҙ булыуы юлсыларҙың эште сифатлы башҡарыуына бәйле бит. Был йәһәттән беҙҙең юлсыларҙың эшенә һүҙ тейҙерерлек түгел: Әбйәлил юлдарының көҙгөләй шыма булыуы менән элек-электән дан тотабыҙ.

Тигеҙ, уңайлы юлдарҙан елдереп үткәндә, күңел күтәрелә. Шул уҡ ваҡытта водителдәр өсөн уңайлыҡтар булдырыуға күпме кешенең ауыр, намыҫлы хеҙмәте һалыныуы тураһында һирәк уйланабыҙҙыр. Юлдарҙың хәүефһеҙ булыуы юлсыларҙың эште сифатлы башҡарыуына бәйле бит. Был йәһәттән беҙҙең юлсыларҙың эшенә һүҙ тейҙерерлек түгел: Әбйәлил юлдарының көҙгөләй шыма булыуы менән элек-электән дан тотабыҙ.
Ағымдағы йылда ла юл төҙөлөшөндә районда ҙур эштәр атҡарыла. Быға «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты ла булышлыҡ итә.
Күптәр ыҙа сиккән Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай трассаһына асфальт һалыу эше тергеҙелде. Өс этапта дауам итәсәк төҙөлөштөң Хәлилдән башлап 6,4 саҡрымы быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ, әле лә бында эштәр ҡыҙыу бара.
Ташбулат тимер юлы станцияһынан Байым ауылына илткән арауыҡ та киләһе йыл асфальт менән тулыһынса тоташтырыласаҡ: тәүге ике этапты юлсылар уңышлы тамамланы, киләһе йыл ни бары 1,5 саҡрым юлға асфальт түшәү ҡалған.
Быйыл Сиҙәм ауылына тиклем һәм бындағы заправкалау станцияһынан Әлмөхәмәт ауылынаса булған араға асфальт түшәлде. Ошо көндәрҙә участка файҙаланыуға тапшырылды.
Район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре шулай уҡ «Цемикс» заводына алып барған юлдың икенсе этабын ошо көндәрҙә тамамлай. Бында Өфө ҡалаһынан килгән төҙөүселәр тимер юлы аша күперҙе сафҡа индергән, ә беҙҙең юлсылар былтыр 4 саҡрымда асфальт түшәһә, быйыл был эште 2,3 километрҙа башҡарған. Ошо көндәрҙә был юл да файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Завод юлына асфальт түшәү киләһе йылда тамамланасаҡ.
Дәүләт – Аэропорт юлының быйыл яңыртып асфальт түшәлгән икенсе өлөшөндә һуңғы эштәрҙе теүәлләй юлсылар. Был участка өсөн яуаплы булған Марат Фәттәхов әйтеүенсә, Ҡушый ауылы эргәһендәге карьерҙан КамАЗ водителдәре Линар Ҡужин, Рәмзил Хәлитов, Азамат Яҡупов, Йәғәфәр Ғәлин һәм Николай Майоров ҡырсынташ ташыу менән мәшғүл. Уларға сеймалды «Хитачи» менән Рәшит Дауытбаев тейәп оҙатып тора.
Автогрейдер тракторсыһы Николай Мешков машиналар килтереп ауҙарған ташты юл ситенә этәреп, тигеҙләй. Уның артынса МТЗ тракторында Фәнил Хәйбул-лин асфальт япмаға ятҡан таш-ҡомдо ситкә һепереп, юлды таҙалап килә.
Район юлдарының йылдан-йыл яңырыуы, юлсылар өсөн уңайлыҡтар арта барыуы ҡыуаныслы. Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре лә үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән заманса, яҡшы юлдар төҙөүе һөҙөмтәһендә республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә лайыҡлы өлөш индерә.
Читайте нас: