+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Октябрь 2020, 13:40

Урам юлдары яңыра

Зауыҡлы биләмәләр йылында районда ауылдарҙы төҙөкләндереү тәңгәлендә ҙур эштәр башҡарыла.

Ошо көндәрҙә генә район үҙәгенең төп юлдарының береһе булған Рәүеф Дәүләтов урамындағы юлдың бер өлөшөнә ремонт яһалды. Был эште Магнитогорск ҡалаһынан тендерҙы отҡан Букреев шәхси предприятиеһы атҡарҙы. Ун кешенән торған бригада эшселәре асфальт юлдың бер ҡат япмаһын ҡырып алып, уны яңыртып һалды. Ремонт эштәрен башҡарыуҙа кәрәкле бөтә махсус техниканың булыуы һәм эшселәрҙең тырышлығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 500 метр арауыҡтағы юл участкаһына яңы асфальт түшәлде.
Тик шуныһы: эш барышында юлсыларға ике яҡҡа ла бер туҡтауһыҙ үтеп торған транспорт ағымы бик ҡамасауланы. Берҙән, был эште тотҡарлаһа, икенсенән әле генә һалынған асфальт юлдан үткән машиналарҙың эҙе ҡалып, шуныҡтан ул урынды тағы бер тапҡыр тигеҙләп үтергә тура килде.
Яңы һалынған асфальт юлдың сифатлы булыуын тәьмин итеү маҡсатында юлдың был өлөшөн ваҡытлыса ябып тороп булмай инеме икән? Был эш өсөн яуаплылар ҡайҙа ҡараған? Халыҡ та аңлап ҡабул итер ине, минеңсә. Өҫтәүенә, төҙөкләндереү эштәре алып барылған 500 метрҙы ғына урап үтер өсөн ул тирәлә башҡа урамдар етерлек.
Читайте нас: