Быйыл был милли проект ил буйынса 6,6 меңдән ашыу объектты төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә алды. Урам йәки юл башына «Объект федераль милли проект аҡсаһына төҙөкләндерелә» тигән баннер ҡуйыу, халыҡҡа проекттың нисек эшләүен аныҡ күрһәтә, тормош сифаты яҡшырыуын билдәләй. Әйткәндәй, насар юлдар карталарын кешеләр үҙҙәре лә фотоға йәки видеоға төшөрөп, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты сайтына ебәрә ала.