+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Ноябрь 2020, 12:36

Юлдашта мәсет биләмәһе кәртәләнде

Таштимерҙә тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта район үҙәгендә йәшәүсе эшҡыуар Ильяс Сафин атай-олатайҙарының йәнтөйәге булған Юлдаш ауылында мәсет төҙөүҙе үҙ өҫтөнә алған.

Таштимерҙә тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта район үҙәгендә йәшәүсе эшҡыуар Ильяс Сафин атай-олатайҙарының йәнтөйәге булған Юлдаш ауылында мәсет төҙөүҙе үҙ өҫтөнә алған.
Һуңғы ике йылда дауам иткән төҙөлөш тамамланыуға бара. Шығырлап торған төп-төҙ ҡарағайҙан буралған, ҡыйығы йәм-йәшел профлист менән ябылған, мөһабәт манаралы, күркәм иман йорто ҡалҡыуына ауыл халҡы ифрат шат. Эшҡыуарҙың изге ғәмәлен хуплап, ҡул көсө менән ярҙам итергә генә торалар. Былтыр, өмәләп, эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙартҡандар, төҙөлөш ҡалдыҡтарын ҡыйлыҡҡа түккәндәр.
Яңыраҡ ир-егеттәр, күмәкләп, мәсет биләмәһен кәртәләүҙә ҡатнашты. Алдан ултыртылған тимер бағаналарға профилле торбалар иретеп йәбештереп, профлист һәм ал яҡтан евроштакетник менән кәртәләнеләр, ҙур һәм бәләкәй ҡапҡа эшләнеләр. Төҙөлөш материалдары баҙары тотҡан эшҡыуар, Ильяс Сәғит улы, был юлы ла тик яҡшы сифатлы материалдар алып килде. Өмәлә Фәсхетдин, Дим Ғафаровтар, Әнил, Сабирйән Шәриповтар, Салауат Сәлихов, Ильяс Әхмәтҡужин, Рәфис һәм Рәфҡәт Баймырҙиндар ҡатнашты. Ауыл активистары әсәле-ҡыҙлы Гөлзифа Ғафарова һәм Гөлназ Әхмәтҡужина (клуб мөдире лә) былау бешереп, өмәселәргә төшкө аш әҙерләне.
Иман йортон файҙаланыуға тапшырыуға күп эш ҡалмаған. Йылылыҡ үткәреү һәм бер аҙ ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе теүәлләйһе бар. Был ваҡиғаны тиҙләтеү өсөн юлдаштар үҙҙәренән бәләкәй генә булһа ла иғәнә индерергә тырыша. Ауылда үткәрелгән аяттарҙа хәйер аҡсаһын мәсеткә биреү күркәм ғәҙәткә әйләнгән, ураҙа айында фытыр саҙаҡаһын да мәхәлләгә ярҙамға йүнәлтеүселәр байтаҡ. Йыйылған иғәнәгә тәҙрәләргә селтәрҙәр алып элгәндәр.
Читайте нас: