Райондың Әлмөхәмәт, Йәнгел, Гусев яҡтары халҡы ошоға тиклем күрше ҡалаға, артыҡ «түңәрәк» биреп, аэропорт юлы аша йөрөй ине. Хәҙер был төбәктә йәшәүселәр Магнитогорскиға тура һәм ҡыҫҡа юлдан тиҙерәк барып етәсәк. Дәүләт – Әлмөхәмәт юлы ҡаланың урау юлына тоташтырылып, файҙаланыуға тапшырылды.
Тура юл ике йыл элек төҙөлә башланы. Ул район биләмәһендә төҙөлөүсе «Цемикс» ЯСЙ-һының ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводы эргәһенән үтә. Тимәк, урындағы халыҡ, бизнес һәм дәүләт мәнфәғәттәрен уңышлы берләштерәсәк тә. Сөнки бер ыңғай ҙур сәнәғәт объекты ла уңайлы логистика менән тәьмин ителә. Ә завод тулы ҡеүәтендә эшкә ебәрелһә, унда йөҙәрләгән төп эшсе көстө Әбйәлил халҡы тәшкил итәсәк. Яңы автомобиль юлының мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәсәген күҙ уңында тотоп, уның йылдам төҙөлөшөн республика Хөкүмәте даими контролдә тотто.
Бөтәһе 6278 метр арауыҡты тоташтырыусы юл төҙөлөшө ике этапта башҡарылды. Былтыр уның дүрт километры файҙаланыуға тапшырылһа, ағымдағы этабы ҡалған ике саҡрымды ялғап ҡуйҙы. Подряд эштәрен «Башкиравтодор» АЙ-ының Әбйәлил юл-ремонт төҙөлөш идаралығы эшселәре атҡарҙы.
Юлды файҙаланыуға тапшырыу сараһында БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры И. А. Тажетдинов ҡатнашты. Ҡала юлының ярты сәғәткә ҡыҫҡарыуынан тыш, уның хәүефһеҙ булыуын да билдәләне ул. Әйткәндәй, автомобиль юлы тимер юлы өҫтөнән һалынған иркен күпер аша уҙа.
Район башлығы И. Т. Нафиҡов юлсыларға рәхмәт белдереп, бригадир Марат Фәттәховҡа, юл эшсеһе Артур Лобановҡа, водитель Йәғәфәр Ғәлинға һәм автогрейдер машинисы Фазыл Мостафинға район хакимиәтенең почет грамотаһын тапшырҙы.
Яңы юлдан иң беренсе булып уҙыу хоҡуғы төҙөлөш эштәрен башҡарыусы ДРСУ КамАЗ-дары водителдәренә бирелде.