2020 йылда республиканың «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә дөйөм майҙаны бер миллион квадрат километрҙан ашыу ихата биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара. Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 1,7 миллиард һум аҡса республика һәм муниципаль бюджеттарҙан бүленде. Ағымдағы йылда 116 спорт һәм 186 балалар майҙансыҡтары төҙөлдө, 14 мең парковка урындары булдырылды, 45 мең квадрат метрға асфальт түшәлде.
Бөгөнгө көндә 183 ихата тулыһынса сафҡа индерелгән, 111 ихата биләмәһендә подрядсылар, ҡабул итеү комиссиялары асыҡлаған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтендә эшләй. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә эшләүсе «Башҡорт ихаталары» программаһы 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Уның маҡсаты – Башҡортостан биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу.