+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Декабрь 2020, 11:55

Олатайҙар күпере тергеҙелде

Тал Ҡусҡары ауылының «һаҡаллы» мәсьәләһе хәл ителде. Оло Ҡыҙыл йылғаһы аша күпер һалыуҙы халыҡ йылдың-йылы йыйындарҙа күтәрҙе, депутаттарға наказ итеп еткерә килде. 20 йылға яҡын борсоған һорауға ауыл старостаһы, яңы һайланған депутат Р. Ә. Ғиззәтов нөктә ҡуйҙы.

Ҡыҙыл аша күпер һалыу мәсьәләһе тәүге тапҡыр, үткән быуаттың 30-сы йылдарында аръяҡта алтын йыуыу приискыһы эшләй башлағас, тыуа. Руда ташыр өсөн ике яҡ яр тоташтырыла. Ильич лампалары балҡып торған, ете йыллыҡ мәктәбе булған АПУ Ҡусҡары һуғышҡа тиклем алдынғы сәнәғәт һәм мәғрифәт үҙәге була, Байҙаҡан тауы итәгендә һалынған күпер тирә-яҡ ауылдарҙан килгән әллә күпме эшсе халыҡҡа, уҡыусы балаларға хеҙмәт итә. Һуғыш мәлендә прииск ябыла, мәктәп Ярлыҡапҡа күсерелә, буш тороп ҡалған контораларға балалар йорто урынлаштырыла. 1949 йылда балалар йорто Асҡарға күсерелгәс, күпер көнүҙәклеген юғалта. Ваҡыт та үҙенекен итә, ҡағып-төҙәтеп тормағас, ул емерелеп, юҡҡа сыға. Йылға ашаһында хужалыҡтың малсылыҡ ҡуралары, йәйләүҙәре урылашҡанға, ике ярҙы тоташтырыу мәсьәләһе йәнә ҡалҡа. Һуғыштан ҡайтҡан ҡайһыһы сатан, ҡайһыһы сулаҡ ир-уҙамандар Орсоҡ тауы морононда, ҡайын ағасынан урҙалар һалып, яңы күпер төҙөй. Уға оҙаҡ хеҙмәт итергә яҙмай, ташҡын ағыҙып алып китә. 50-се йылдар аҙағында «Красный флаг» колхозы көсө менән ҡарағастан яңы күпер һалына. Ләкин ныҡ тигән ағас мурт була. 1963 йылда колхоз яңы күпер төҙөтә. Атай-олатайҙарының көсө менән һалынған күпер төҙөлөшөн бөгөнгө ҡусҡарҙар яҡшы хәтерләй. Уның өсөн ауылдан бер нисә уҙаман Крутой лог тигән урынға ҡарағай ҡырҡырға ебәрелә. Ә төҙөлөш эштәрен бөтә ауыл менән башҡаралар. «Үлем тейгеһеҙ» ныҡ күпер 90-сы йылдарҙағы көслө ташҡындарға ла бирешмәй. Хужалыҡ тарҡалғас, олатайҙар күперенә ихтыяж кәмей. Арба ватылһа — утын, тигәндәй, емерелә башлағанды төҙәтергә теләмәүселәр, уныһын-быныһын һүтеп өйөнә ташый. Һәм 2000 йылдар башында ҡусҡарҙар бөтөнләй күперһеҙ ҡала.
«Йылға аръяғындағы мал-тыуарҙы ҡыуып алып ҡайтам тиһәң дә, аяҡ һыулап кисер кәрәк, бесәнлектәребеҙ ҙә башлыса аръяҡта», — ҡусҡарҙарҙың йылдар буйы күтәргән һорауын ишетеүсе булмай. Хәйер, ас хәлен туҡ беләме? Былтыр көҙ ауылға староста итеп тәғәйенләнгән Рамил Ғиззәтов, тәү сиратта, ауылдаштарының сей яраһына әйләнгән ошо проблеманы хәл итәсәкмен тип һүҙ бирә. Ҡусҡарҙар уға ышаныс белдереп, быйыл ауыл Советына депутат итеп тә һайлағас, Рамил Әмир улы ең һыҙғанып эшкә тотона һәм үҙе артынан ауылдаштарын да әйҙәй. Эйе, бары үҙҙәренең эшһөйәр ҡулдары менән бынамын тигән күпер һала ҡусҡарҙар. Ауылдағы ике магазинға иғәнә йыйыу өсөн банкалар ҡуялар. Халыҡ хәленсә һалған һәм ситтә йәшәүсе ауылдаштар күрһәткән матди ярҙамдан тыш башҡа бер ерҙән дә аҡса бүленмәй. Техникаға яғыулыҡ, сөй, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға ошо саралар файҙаланылһа, ҡалғанын депутат үҙ кеҫәһенән сығара. Әмәлгә ярағандай, ауылда элекке ГРП-ны һүтәләр, иҫке төҙөлөш ҡалдыҡтары күпер нигеҙен нығытыуға ярап ҡала.
Рамил Әмир улының Тал Ҡусҡарында абруйы ҙур. Ай дауамында аҙна һайын ял көндәрендә ойошторолған өмәләрҙә ир-егеттәрҙең эшкә йөрөгән һымаҡ әүҙем ҡатнашыуы ошо хаҡта һөйләй. Депутаттың хәләл ефете Зөлфиә Ситдиҡ ҡыҙы ла изге эштән ситтә ҡалмай. Яр буйына һауыт-һабаһын килтереп, ҡаҙан аҫып, аш бешерә, самауырҙарын ҡайната, өмәселәрҙе һыйлай. Уңған хужабикәгә ярҙамға башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡушыла. Ғиззәтовтарҙың улдары, кейәүе, ейәндәре лә өмәләрҙә ихлас ҡатнаша. Әйткәндәй, бынан алдағы олатайҙар күперен һалыу өсөн Рамил ағайҙың атаһы ағас әҙерләүҙә ҡатнашһа, быныһын төҙөгәндә 4 йәшлек ейәне Артурҙың да сөй ҡатырға «эшкинеүе» үҙе бер ғорурлыҡ!
Бер ай эсендә ике ярҙы бәйләп, Оло Ҡыҙыл аша яңы күпер ҡалҡып сыға. Ул ярайһы ғына ҙур: оҙонлоғо — 24, киңлеге 3 метр. Ныҡлығын трактор менән үтеп тикшереп ҡарағандар — бер ере лә һелкенмәгән!
Бына шул башҡарылған күмәк эшкә йомғаҡ яһап, күпер асыу тантанаһы үткәрҙе ҡусҡарҙар. Үрҙә һөйләп үтелгән күперҙәр тарихы тураһында педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе М. Х. Кирәеваның бәйәнен халыҡ ҡыҙыҡһынып тыңланы. Олораҡ инәйҙәр тарихсының һөйләгәндәрен ҡеүәтләп, йөпләп тә торҙолар.
Сарала ҡатнашыусы район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов ҡусҡарҙарҙың ныҡышмал тырышлыҡ менән осона алып барып сығара алған дөйөм хеҙмәтенә һоҡланды ла, ғәжәпләнде лә.
— Күпер һалыу — изге, сауаплы эш. Һеҙҙең берҙәмлектән башҡа ауылдар ҙа өлгө алһын. Депутат менән берлектә ауыл мәнфәғәтендә тағы ла мөһим эштәр башҡарығыҙ, — тип хупланы ул һәм Ҡусҡар ауылының булдыҡлы старостаһы Р. Ә. Ғиззәтовҡа район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы.
Ошо төбәк буйынса район Советы депутаты Й. Р. Баймырҙин ҡусҡарҙарға: «Ауыл йәшәй икән — уның проблемалары ла булыуы тәбиғи. Юл да, күпер ҙә, бәйләнеш тә кәрәк. Үҙегеҙҙең барлығығыҙ тураһында бына ошондай яҡшы хәбәрҙәр менән генә ишеттереп тороғоҙ. Яҡын киләсәктә ауылда кәрәҙле бәйләнеш тотор, был юҫыҡта һөйләшеүҙәр алып барыла», — тип ышандырҙы. Үҙе лә төҙөүселәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, Йәмил Рафиҡ улы күпер төҙөүҙең башында әйҙәп йөрөүсе Рамил ағайға: «Һүҙегеҙ ҙә, эш ҡорамалдарығыҙ ҙа гелән үткер булһын!» — тигән теләктә инструменттарҙы үткерләй торған станок бүләк итте.
Гусев ауыл биләмәһе башлығы Ш. С. Ғәтиәтуллин күпер төҙөүҙә иң әүҙем ҡатнашҡан ир-аттарға — Ирек Ғәлиуллин, Данил Лоҡманов, Әсғәт Ишбулдин, Илфат Фәйезйәнов, Айҙар Хәкимов, Нур һәм Айбулат Дәүләтбаевтарға, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Зөлфиә Ғиззәтова һәм Сәүиә Дәүләтбаеваға урындағы хакимиәттең маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Тал Ҡусҡарынан бағымсы булып сығыш яһаусы Иршат Миңдейәров ауыл депутаты Рамил Ғиззәтовты баштан-аяҡ махсус эш кейеме менән бүләкләне. Ошондай уҡ бүләккә һәр саҡ ярҙамынан ҡалдырмаған Иҙәш Ҡусҡары ауылы депутаты Фәрит Шәрипов та лайыҡ булды. Ә өмәләрҙә ҡатнашҡан ауылдаштарының береһен дә айырып ҡалдырмай, хужалыҡта кәрәкле балта, бысҡы, сүкеш кеүек инструменттар менән бүләкләп үтте. Иҙәштән Әхәт Хисмәтов биргән бүләктәр ҙә таратылды. Район эске эштәр бүлегендә эшләүсе Ҡусҡар ҡыҙы Гөлнара Ҡаһарманова үҙенең иҫтәлекле бүләктәрен өмәселәргә аш-һыу яраштырыу, өҫтәл әҙерләү эштәрендә ҡайнап йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға инселәгәйне. Улар араһында, оло йәштә булһалар ҙа, йәмәғәт эшенән ситтә ҡалмаған ауылдың хөрмәтле пары Сулпан һәм Дәүләтнур Дәүләтбаевтар бүләкләп кителде.
Тал Ҡусҡары ауылы имамы Сәлих Ғәлиуллин аят бағышланы. Ике ярҙы бәйләүсе күпер хәүеф-хәтәрһеҙ булһын, халыҡ мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, тип фатиха бирҙе. Таҫма киҫеү йолаһы атҡарылғас, гармунға ҡушылып таҡмаҡтар әйтеп, бейей-бейей ҡусҡарҙар яңы күперҙән икенсе ярға атланы.
Читайте нас: