+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Декабрь 2020, 12:40

«Аныҡ эштәр»ҙең аныҡ һөҙөмтәләре

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты тормошҡа ашырылған биш йыл эсендә район буйынса бихисап мәсьәләләр ыңғай хәл ителде. Ағымдағы йылда проект буйынса ауыл биләмәләрендә башҡарылған эштәр тураһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Әбйәлил районы бүлексәһенең башҡарма секретары Рәзинә Әғзәмова һөйләй:

— Проекттың асылы шун-да: урында ниндәй мәсьәләне хәл итеүҙе шунда йәшәүсе граждандар үҙҙәре билдәләй. Тәжрибә күрһәтеүенсә, халыҡты күберәге ауылды төҙөкләндереү, балалар майҙансыҡтары булдырыу, урам-дарҙы яҡтыртыу, мәҙәниәт, белем һәм тәрбиә биреү усаҡтарын йылытыу, эсәр һыу менән тәьмин ителеш мәсьәләләре борсой. Дөйөм йыйындарҙа күтәрелгән һәр инициатива буйынса фекер алышыла, социаль әһәмиәткә эйә иң мөһимдәре тауыш биреүгә ҡуйыла һәм «Аныҡ эштәр» проекты буйынса бойомға ашырыла. Проект эшләгән биш йыл дауамында районда бихисап мәсьә-ләләр хәл ителде. Пандемия шарттарында ла партиянан аныҡ ярҙам күрһәтелмәй ҡалманы. Йылдағыса, мәҙәниәт усаҡтарына ҙур иғтибар бүленде. 20 йылдан ашыу хеҙмәт иткән Үтәгән клубы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Бер нисә йыл элек клубты йылытып көпләһәләр, «Аныҡ эштәр» проекты ярҙамы менән тәҙрәләрен яңыртҡас, бина шунда уҡ күркәм төҫ алды. Шулай уҡ быға тиклем тамашасыларға ағастан эшләнгән эскәмйәләр менән мөрхәтһенергә тура килһә, хәҙер 64 йомшаҡ ултырғыс һатып алынды. Ир-егеттәр өсөн сәхнә костюмдары тектерелде. Михайловка мәҙәниәт йорто ла уңайлы, йомшаҡ ултырғыстар менән тәьмин ителде. Әйткәндәй, 2014 йылда урындағы баш-ланғыстарға булышлыҡ итеү проекты буйынса мәҙәниәт усағының ҡыйығы һәм ал яҡтан тәҙрәләре яңыртылған. Капиталь ремонтҡа үҙ өлөшөн индергән ауыл халҡының берҙәм күтәрелешен район хакимиәте лә хуплап, ярҙам иткән. 2016 йылда район бюджеты сараларына фасад ремонтланған. Михайловкаларҙың мәҙәни-ял усағын инде эстән дә зауыҡлы йыһазландырыу теләге бойомға ашырылды. Йәнгел мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре алыштырылды. Шәрип клубына сәхнә ҡорғандары тектерелде, бында ла тамашасылар өсөн яңы ултырғыстар һатып алынды. Буранғол мәҙәниәт йортонда былтыр башланған тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе алмаштырыу эше быйыл тамамлап ҡуйылды. Ҡушый клубының да ишек-тәҙрәләре яңыртылды.Байым һәм Яңы Балапан ауылдарында «Аныҡ эштәр» проекты сараларына балалар майҙансыҡтары булдырылды. Гусев, Буранғол һәм Һамар ауылдарында спорт майҙансыҡтары төҙөлдө. Хәтер һәм дан йылында обелискыларҙы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүленде. Яңауылда капиталь ремонт башҡарылһа, Мораҡайҙа өр-яңы мемориал ҡалҡты. Ишҡолда мәҙәниәт йорто алдындағы скверҙың кәртәһе яңыртылды. Яҡтыгүл ауылында партия аҡсаһына «Рябинушка» балалар баҡсаһының тәҙрәләре алыштырылды, кәрәкле йыһаздар һатып алынды. Хәлилдәге «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһына ла заманса тәҙрәләр ҡуйылды.
Читайте нас: