+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Декабрь 2020, 12:40

Тағы ла бер ихата төҙөк төҫ алды

«Башҡорт ихаталары» республика программаһы буйынса Йәнгелдә күп фатирлы йорттар ҡараған ихата төҙөкләндерелде.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Башҡорт ихаталары» республика программаһы буйынса Йәнгелдә күп фатирлы йорттар ҡараған ихата төҙөкләндерелде.
Бер йыл элек ошо тема буйынса уҙған йәмәғәт фекер алышыуында ике ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр яҡшы үҙгәрештәргә өмөт итһәләр ҙә, күптәр нәҡ уларҙың ихатаһының заманса төҫ аласағына, нисәмә йылдар буйы күнегелгән күрекһеҙ, ҡотһоҙ тормош картинаһының киреһенсәгә алмашынасағына ышанып та еткермәй ине. Ихатаның бөтә «байлығын» тәшкил иткән күренеш – тегеләй-былай теҙелгән төрлө дәүмәлдәге гараждар, сүп-сар түгеү урыны һәм йәмәғәт бәҙрәфе тирә-яҡты йәмләмәне. Шуға күрә программала ҡатнашыуға, төп шартҡа ярашлы, халыҡтан иғәнә йыйыуға, ул проекттың дөйөм хаҡының ни бары 1 процентын тәшкил итә, барыһы ла ихлас риза булды. Йыйында, халыҡтың бөтә теләктәрен иҫәпкә алып, биләмәнең дизайны хәл ителде, хатта ҡайһы бер иҫке гараждарҙы һүтеү тураһында ла һүҙ сыҡҡас, хужалары ҡаршылыҡ белдермәне.
Ихата биләмәһен төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы 9024117 һумға барып баҫты. Уның 94 проценты, йәғни 8513318 һумы республика, һәм 5 проценты – 425665 һумы район ҡаҙнаһынан финансланды, кварталда йәшәүсе фатир хужаларынан йыйылған аҡса 85133 һум тәшкил итте. Подряд эштәрен башҡарыу бурысы тендерҙа еңгән «Лидер М» компанияһына йөкмәтелде һәм быйыл биләмәлә төҙөлөш эштәре ҡайнаны. Район хакимиәте йәйәүлеләр юлдарын ипкә килтереүгә, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ урындарҙы рәтләүгә, йорттар алдындағы ҡоймаларҙы яңыртыуға төҙөлөш материалдары алыуға өҫтәмә аҡса бүлде. Уны алмаштырыу, буяу буйынса эштәрҙе ауыл биләмәһе, торлаҡ идаралығы һәм ябай халыҡ атҡарҙы.
Теге һөйләшеү менән бөгөнгө көн араһын теүәл бер йыл айыра. Танығыһыҙ булып яҡшы яҡҡа үҙгәргән ихатаның асфальт түшәлгән тротуарҙарынан «этажка»ла йәшәүселәр ғорур атлай. Машиналалылар ҙа тигеҙ юлдарға, өй алдындағы уңайлы парковаларға кинәнә. Подъезд алдындағы эскәмйәләргә сығып тик кенә ултырыу ҙа гонаһ түгел хәҙер. Сөнки тирә-яҡта тәртип. Ашып-ташып ултырған сүп-сар һауыты юҡ. Көнкүреш ҡалдыҡтары махсус булдырылған ябыҡ майҙансыҡҡа сығарыла. Быяла, пластик һәм башҡалар сүп-сар тәғәйен контейнерҙарға түгелә. Ә биләмәнең күркәм күренешенә бында йәшәүселәр һоҡланып, ҡыуанып бөтә алмай. Резина япма түшәлгән уйын һәм спорт майҙансыҡтарынан ҡайтып инә белмәгән балалар өсөн дә, имгәнеп ҡуймаһын, тип, ҡурҡырға түгел. Ихатала яҡты ла, хәүефһеҙ ҙә: видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған, ҡараңғы ваҡытта урам фонарҙары ҡабына.
Ҡот ҡунған, бында йәшәүселәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған Йәнгел ауылындағы ихатаны тантаналы асыу сараһында ҡатнашыусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы Р. Э. Ҡадиров сәләмләне. Тантанала ҡатнашҡан район башлығы И. Т. Нафиҡовҡа, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәновҡа йәнгелдәр сикһеҙ рәхмәттәрен еткерҙе.
Читайте нас: