+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Декабрь 2020, 12:32

Һырғалаҡты бергәләп яһайыҡ!

Район хакимиәте ауыл биләмәләре араһында Яңы йыл ҡаласыҡтары эшләү буйынса «Һырғалаҡ» конкурсын иғлан итте.

Район хакимиәте ауыл биләмәләре араһында Яңы йыл ҡаласыҡтары эшләү буйынса «Һырғалаҡ» конкурсын иғлан итте.
Конкурстың маҡсаты — район халҡының ижади инициативаһын һәм әүҙемлеген дәртләндереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, физкультура һәм спортты көндәлек йәшәү рәүешенә әйләндереү, балалар һәм үҫмерҙәр араһында асоциаль күренештәрҙе профилактикалау.
Ҡаласыҡтар төҙөү буйынса конкурста айырым команда, урам, ауыл менән ҡатнашырға мөмкин. Заявкалар 15 декабргә тиклем ҡабул ителә. Унда буласаҡ Яңы йыл ҡаласығының исеме, ҡайҙа эшләнеүе, башҡарыусылары тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелә.
Яңы йыл ҡаласығы түбәндәге элементтарҙы индерергә тейеш: һырғалаҡ, боҙ лабиринты, төрлө скульптуралар (ҡар бабайҙар, башня-ҡәлғәләр, хайуандар һындары һәм башҡалар), ҡатнашыусыларҙың теләге буйынса каток һәм башҡа әйберҙәр төҙөү ҙә хуплана. Иң мөһим шарт — улар кеше сәләмәтлеге, бигерәк тә балалар өсөн хәүефһеҙ булырға тейеш. Комиссия төп элементтарҙың башҡарылышын балл системаһы буйынса баһалаясаҡ. Биҙәү үҙенсәлеклеге, башҡарылған эштең күләме, берҙәм, көйлө эш, COVID-19 вирусының таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән саралар иҫәпкә алынасаҡ. Әйткәндәй, комиссия ағзалары алдында театрлаштырылған тамаша ҡуйыу шулай уҡ өҫтәмә балдар бирәсәк.
Конкурс 15-29 декабрҙә дауам итә. 15-20 декабрҙә баһалама комиссияһы ҡышҡы ҡаласыҡтарҙы ҡарап йөрөп сығасаҡ. Урындарҙа биш кешенән торған комиссиялар төҙөлә. Уның составын ауыл биләмәһе хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тәшкил итәсәк. Һәм төп үҙенсәлек шунда: комиссиялар үҙҙәренең ауыл биләмәһендә түгел, ә күршеләрҙең эштәрен баһалаясаҡ. Әйтәйек, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә еңеүсене Йәнгел ауыл биләмәһенән комиссия билдәләйәсәк, амангилделәрҙең ижади фантазияһын ҡырҙастар баһалай һ.б.
Ауыл биләмәһе буйынса еңеүселәр 120 мең һумға сертификат менән бүләкләнә һәм улар конкурстың икенсе этабына үтә. Бында ауыл биләмәләре район хакимиәтенең социаль үҫеш буйынса бүлегенә I этап еңеүсеһе булған ҡаласыҡты сағылдырған фотолар (5-тән артмаҫҡа тейеш) ебәрергә тейеш. Бынан тыш, «Иң яҡшы презентация» номинацияһында ҡатнашыу өсөн 3 минутҡа тиклемге видеоролик төшөрөү зарур. Яңы йыл ҡаласыҡтарының фотолары район хакимиәтенең «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөнә ҡуйыла һәм еңеүсе тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Тауыш биреүҙә һәр Әбйәлилдән һәр кем ҡатнаша ала. Ул 29 декабрҙең 22 сәғәтенә тиклем барасаҡ. Еңеүселәр «Иң яҡшы презентация», «Иң матур Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу», «Боҙҙан эшләнгән иң яҡшы фигура», «Иң шәп һырғалаҡ» номинацияларында ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк.
Һәр ауыл конкурсҡа дәррәү ҡушылыр, тигән ышаныс бар. Быға дәртләндереүсе бүләктәр ҙә елле бит. Ҡышҡы ҡаласыҡтың миҙгел тамамланғансы балаларҙың яратҡан ял һәм уйын урыны булып хеҙмәт итәсәге лә өлкәндәрҙе уларға Яңы йыл бүләге итеп күмәкләп һырғалаҡ өйөргә этәрер, моғайын.
Хәлил ауылы уҙамандары ҡышҡы ҡаласыҡ әҙерләй башланы.
Читайте нас: