+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Декабрь 2020, 10:15

Төбәктә етештерелгән төҙөлөш материалдарына өҫтөнлөк бирелә

Быйыл урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын ҡулланыуға айырым иғтибар бирелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөкләндереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырғанда төбәк төҙөлөш материалдарын етештереүселәргә өҫтөнлөк биреү бурысын ҡуйғайны. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереүҙә урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы тулыһынса Ғафури, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман райондарында ҡулланылды. Атап әйткәндә, был - балалар майҙансыҡтары, спорт майҙансыҡтары, яҡтыртҡыстар, резина япма, бордюрҙар. Борис Беляев башҡа муниципалитеттарҙың да уларҙың өлгөһөнә эйәреүҙәренә теләк белдерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты нигеҙендә Благовещен ҡалаһында Потеха йылғаһындағы быуаны таҙарта башланылар.
Благовещендағы был быуа ХVIII быуатта баҡыр иретеү заводы ихтыяждары өсөн яһалған. Әле яр буйында шәхси йорттар, ә көньяғында һәм көньяҡ-көнбайышында арматура заводы урынлашҡан.
Һыу ятҡылығының экологик хәле урындағы халыҡты борсоуға һала. Йылдың йылы миҙгелендә быуанан насар еҫ килә. Уның һаҙланыуын, ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланыуын, ныҡлы бысраныуын белгестәр ҙә билдәләй.
Милли проект сараларын тормошҡа ашырыу барышында 1,94 километрлыҡ участканы таҙартыу күҙаллана. Федераль бюджеттан был маҡсатҡа 66 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Эште 2022 йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Быуаны үҫемлектәрҙән, ағас-ҡыуаҡтан таҙартасаҡтар, төбөндәге сүп-сарҙы ситкә сығарасаҡтар. Төп эш тамамланғас, бында суртан, аҡ амур, толстолобик балығы селбәрәһен ебәрергә ниәтләйҙәр.
Читайте нас: