+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Декабрь 2020, 11:45

Тимер юлы вокзалында эштәр тамам

Был турала БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә белдерҙе.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Магистраль инфраструктураны киңәйтеү һәм модернизациялау буйынса комплекслы план” милли проекты баш ҡалалағы ҙур объектты төҙөкләндереүгә булышлыҡ итте. 2004 йылда уҡ башланға төҙөлөш йыл һайын күсерелә килде, уны йәш ШОС, БРИКС саммиттарына, йә республиканың 100 йыллығына тамамларға иҫәп тотола ине.
Бөгөн тимер юлы вокзалы таҙа, яҡты залдары, уңайлы көтөү урындары, бер юлы әллә күпме клиентты хеҙмәтләндергәндәй кассалары, шәхси транспорт өсөн иркен парковкалары, бәләкәй балалары булған әсәйҙәр өсөн айырым бүлмәләр, физик мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн шарттар булдырылыуы менән маһая ала. Ремонт эштәренә ошоға тиклем 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Читайте нас: