+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Декабрь 2020, 13:23

Ауылда юлдар тигеҙләнә

Башҡортостанда иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылында беҙҙең районда ла ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы тәртипкә килтереү, шәхси йорттарҙы матурлау кеүек эштәр башҡарыла.

Башҡортостанда иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылында беҙҙең районда ла ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы тәртипкә килтереү, шәхси йорттарҙы матурлау кеүек эштәр башҡарыла. Амангилде ауыл биләмәһендә юлдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында үткән аҙнала Ҡаҙмаш ауылының Комсомол урамында ла ремонт уҙғарылды. Юлға ҡырсынташ түшәүҙе ауыл биләмәһе хакимиәте менән килешеү нигеҙендә «Информтехника» ЯСЙ-һы эшселәре башҡара. Ойошма етәксеһе Руслан Шәғәлин әйтеүенсә, Комсомол урамында бер километр оҙонлоғонда юлды төҙөкләндереү бурысы тора. «Эш сәғәте иртәнге 8-ҙән башлана һәм киске туғыҙҙарға тиклем дауам итә. Ике көн аша эшләү ҡаралған. Егеттәр һыуыҡ көндәрҙә техниканы иртәнсәктән һүндермәй эшләтәләр тиһәң дә була. Ҡырсынташ ташыуҙа КамАЗ водителдәре Ильяс Байғәлин, Рәвил Баҡыев, Ратмир Рәшидов, Илнур Кинйәбулатов тырыша. Материалды ауыл янындағы карьерҙан алалар. Ҡеүәтле бульдозерҙа Фирзант Харрасов һәм Азамат Моталов карьерҙағы ташты өйөп, тейәүгә әҙерләһә, тейәгестә йөрөүсе Наил Ғәлимов менән Данил Ғибәҙәтов уны машиналарға тултырып оҙатып тора. Баш инженер вазифаһын башҡарыусы Вәғиз Ҡаһарманов техниканың техник торошо өсөн яуаплы. Шулай уҡ был урамға, тау һыуҙары ағып үтһен өсөн, ике урынға торбалар һалып ҡалдырыу ҙа ҡаралған. Яҡын арала эште тамамларға ниәтләйбеҙ, сөнки алдағы көндәрҙә Ишкилде һәм Әбдрәш ауылдары юлдарын ремонтлауға иҫәп тотабыҙ», — тип, эш барышы менән таныштырҙы Руслан Нәдип улы.
Юлды төҙөкләндереү эше менән ошо урамда йәшәүселәр ҙә, биләмә башлығы Марат Хабрахман улы ла даими ҡыҙыҡһынып тора. «Был урамдың өҫ яғында ла бер нисә ғаилә өй һалып сыҡҡан, киләсәктә унда ҡом-таш түшәүҙе ойошторасаҡбыҙ», — тине М. Х. Фәхрисламов.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Читайте нас: