Уҙған йылдан башҡалалаАғиҙел йылғаһы аша ике күпер төҙөү эштәре бара. Был эштәр «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Әлеге көндә күпер төҙөү эштәре графикка ярашлы алдып барыла. Объекттың әҙерлеге якынса 60 процент тәшкил итә. Эштәрҙе 2021 йылдың дүртенсе кварталында тамамлау планлаштырыла.
Яңы күпер төҙөү Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юлды үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә. Ошо арала юлсылар реконструкция эшенә тотонасаҡ. Объектта эштәрҙе тамамлау 2022 йылға планлаштырылған.