Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы райондың һәр ауылында тиерлек тормошҡа ашырылып, төҙөкләндерелеүсе объекттар һаны арта бара. Быйыл ҡырҙастар ҙа ошо программала ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм клубты ремонтларға ҡарар итте. Мәҙәниәт усағы — һәр ауылдың йөҙө, тормош сифатын билдәләүсе социаль объект. Клуб эшләй, концерттар ҡуйыла, тамашалар күрһәтелә икән, тимәк халыҡта ла киләсәккә ышаныс бар, тигән һүҙ. Шуға күпселек йыйындарҙа әбйәлилдәр тап клубты төҙөкләндереүҙе һайлай ҙа инде.
Тамашасылар залы 40 кешегә генә иҫәпләнгән, сәхнәһе тәпәш һәм бәләкәй булған Ҡырҙас клубына билдәле артистар һирәк һуғылды, сөнки концерттар үҙен аҡламай, тигән фекер нығынды. Шулай ҙа Ҡырҙаста мәҙәни тормош бер ваҡыт та һүрелмәне.
Йыйында ҡырҙастар программаға эләгеү өсөн һәр йорттан 1000 һум аҡса йыйып бирергә хәл итте һәм тиҙ арала быны атҡарып та сыҡты. Проекттың бағыусыларҙан финанслана торған өлөшөнә район Советы депутаты Айрат Әминев һәм Ҡырҙас ауылы эшҡыуары Рөстәм Мәсәлимов индерҙе. Бынан тыш «Агро» йәмғиәте етәксеһе Наил Әхтәмов, Ҡырҙас ауылы уҙамандары Ҡотдос Ғәзизов һәм Рамил Бикйәнов ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡырҙастар һәр ваҡыттағыса ауылдаштары, ул ваҡытта БР урман хужалығы министры булып эшләүсе Динир Әхмәтйәнов йөҙөндә лә ҙур терәк тапты.
Проект-смета документацияһы әҙерләү мәшәҡәттәрен тулыһынса район Советы депутаты А. З. Әминев үҙ өҫтөнә алды. Һәм, ниһайәт, проект хуплау тапҡас, «Әминев» шәхси предприятиеһы төҙөлөшкә подрядсы булараҡ та сығыш яһаны.
«ППМИ яңы объект төҙөүҙе түгел, ә булғанын капиталь ремонтлауға көйләнгән программа булһа ла, Ҡырҙаста барыһын да өр-яңынан эшләргә ҡарар иттек, — тип һөйләй Айрат Зиннәт улы. — Ошоға тиклем үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән каркаслы төҙөлөштө һайланыҡ. Йәғни, тәүҙә брус-тарҙан бинаның «һөлдәһе» төҙөлә, артабан ул тыштан профлист менән көпләнә, ҡыйығы ябыла. Һуңынан эстән пенопласт менән йылытылып, гипсокартон менән көпләнә, йылытыу системалары ҡуйыла».
Бөгөн ошо һанап үтелгән эштәрҙең яртыһы тамам, тиергә мөмкин. Беҙ барғанда эшселәр бинаның ҡыйығын ябыуға әҙерләй ине. Киләһе аҙнала пластик тәҙрәләр ҡуйыласаҡ, шунан эске биҙәү эштәрен башлаясаҡтар. Иҙән керамограниттан түшәләсәк, материалға заказ ебәрелгән дә инде. Таҡта-брус менән тулыһынса эшҡыуар Р. Мәсәлимов тәьмин итә. Әйткәндәй, бригаданы ла А. З. Әминев урындағы егеттәрҙән туплаған: Рәсүл һәм Рәдиф Ғәлимйәновтар, Азамат һәм Динир Суфияновтар, староста Фәнүр Бикйәнов мәҙәниәт усағын тиҙерәк сафҡа индереү өсөн бар тырышлығын һала. Уларға «Әминев» ШП-һы белгестәре лә Асҡарҙан килеп ярҙамлаша.
«Тамаша залы 96 кеше һыймалы, 10х10 метр ҙурлыҡта буласаҡ, күтәртелеп эшләнгән сәхнә тулыһынса йыһазландырыласаҡ, ә ситтә иһә 5х18 метр ҙурлыҡтағы дискотекалар үткәреү майҙансығы эшләнә, — тип төҙөлөш эштәре менән ихлас таныштыра Айрат Зиннәт улы. — Киң һәм бейек бейеү залы киләсәктә тағы бер функция үтәр тип ниәтләйбеҙ. Бөгөн клубтар үҙҙәре килем туплау сығанаҡтарын эҙләүгә хоҡуҡлы. Шуға күрә был залда теләүселәр юбилей, туй, ғаилә байрамдары кеүек банкеттар ҙа уҙғара алыр, тип ышанам. Бының өсөн мөмкинлектәр булдырыласаҡ».
Ғөмүмән, подрядсы был эшкә сираттағы объект кеүек итеп кенә түгел, ә үҙенә йорт һалған кеүек ҡарауы күҙгә ташлана: барыһы ла етди, төплө уйланылған, хатта биҙәү эштәре лә планлаштырылған. Төҙөүселәр клуб төҙөү араһында биләмәне кәртәләү өсөн бағана ултыртырға ла, обелискыны һылап, яңынан буяп ҡуйырға ла өлгөргән.
— Муниципаль район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов та төҙөлөш барышын күҙәтеп, һорашып тора, — ти үҙе эш уртаһында ҡайнап йөрөгән Ҡырҙас ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәйзуллин. — Ошо көндәрҙә ул йомшаҡ ултырғыстар һәм сәхнә «кейеме» (шаршау, декорациялар һ.б.) өсөн район бюджетынан 400 мең һум аҡса бүленәсәге хаҡында хәбәр итте.