Юлдарҙы ремонтлау авариялар һанын кәметә. Милли проект аҡсаһы нигеҙҙә туҙған, яраҡһыҙ хәлгә килгән трассаларҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелде. Өфөнөң үҙендә генә 20 километрҙан ашыу юл ремонтланды. Бынан тыш милли проект сиктәрендә юл һыҙаттарына светофорҙар, билдәләр ҡуйылды. Мәктәпкә ингән урындарҙа иҫкәртеүсе семафор, юл разметкалары һалынды. Транспорт ағымы көслө булған трассаларға видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыу дауам итә.