+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Ғинуар 2021, 12:30

Республика балалар онкология һәм гематология үҙәген һала башлау планлаштырыла

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда республиканың төҙөлөш комплексы алдында 2,3 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү, авария хәлендәге 16 мең квадрат метр торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү, “алданған өлөшсөләр” категорияһына ингән кешеләрҙең кәмендә 50 процентының проблемаһын хәл итеү бурысы тора.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда республиканың төҙөлөш комплексы алдында 2,3 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү, авария хәлендәге 16 мең квадрат метр торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү, “алданған өлөшсөләр” категорияһына ингән кешеләрҙең кәмендә 50 процентының проблемаһын хәл итеү бурысы тора.
Был мәсьәләләрҙең күпселеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектында ла сағылыш таба.
Социаль инфраструктураны үҫтереү өлкәһендә Өфөнөң Киров районындағы гимнастика буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы, дүрт меңдән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән дүрт мәктәп, шулай уҡ ике ҙур һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы төҙөлөшөн тамамлау бурысы тора. “Нефтсе” стадионында футбол манежы, ике һаулыҡ һаҡлау һәм социаль йүнәлештәге объект төҙөлөшө дауам итәсәк.
Быйыл баш ҡаланың Октябрь районында Спорт көрәше үҙәген һәм Республика балалар онкология һәм гематология үҙәген һала башлау планлаштырыла.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: