+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Февраль 2021, 13:41

Хөкүмәт дүрт төбәккә социаль объекттар төҙөү өсөн 8 миллиард һум аҡса бүлә

Рәсәй Хөкүмәте йылдам төҙөлөш алып барған төбәктәргә социаль һәм коммуналь инфраструктуралар төҙөү өсөн аҡса бүлә. Яҡындағы өс йылда бының өсөн федераль бюджетта 90 миллиард һум аҡса ҡаралған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Хөкүмәте йылдам төҙөлөш алып барған төбәктәргә социаль һәм коммуналь инфраструктуралар төҙөү өсөн аҡса бүлә. Яҡындағы өс йылда бының өсөн федераль бюджетта 90 миллиард һум аҡса ҡаралған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы ойошторола был сара. Министрҙар кабинеты быйыл Башҡортостан республикаһына, Пермь крайына, Краснодар һәм Воронеж өлкәләренә 8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүләсәк. “Федераль субсидиялар Пермдә юлдар төҙөүгә, Сочила меңдән ашыу урынлыҡ мәктәп һалыуға, Воронеж ҡалаһында ашығыс ярҙам подстанцияһы булған поликлиника төҙөүгә, Өфөлә таҙартҡыс ҡоролмалар төҙөү өсөн китәсәк”,- тине Премьер-министр Михаил Мишустин Рәсәй Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Читайте нас: