+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Февраль 2021, 13:40

Республикала төҙөкләндереүгә бәйле проекттар дауам итәсәк

2021 йылда Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 140 ихата тәртипкә килтереләсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2021 йылда Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 140 ихата тәртипкә килтереләсәк. Был программаға ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре булған муниципаль райондар инә йәки дөйөмләштереп әйткәндә, 21 берәмек ҡатнашасаҡ. Ошо программаны бойомға ашырыу өсөн 72 миллион һум ҡарала, шуның 7 миллионы халыҡ иҫәбенә. Икенсе программа, ул “Подъездарға комплекслы ремонт” буйынса, Башҡортостандың 112 күп ҡатлы йорт эсенә ингән 306 подъезында ҙур ремонт эштәре планлаштырыла. Үткән йылда был подъездар бөтә яҡтан тишерелгән, эштәрҙе атҡарыусы подряд ойошмаларын һайлау өсөн 2020 йылдың 25 декабренән аукцион иғлан ителгән. Шулай уҡ, федераль милли проектҡа ингән “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы буйынса республикала бөтәһе 130 дөйөм йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Шулар араһында, Асҡар ауылында “Төнъяҡ балҡышы” исемле мәҙәни ял паркын төҙөү ҡаралған.
Читайте нас: