+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Февраль 2021, 00:15

Яңы парк төҙөлә

Быйыл Асҡарҙа “Төньяҡ балҡышы“ ял һәм спорт паркы төҙөләсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Асҡарҙа “Төньяҡ балҡышы“ ял һәм спорт паркы төҙөләсәк.
Парктың исеме үк уның ҡайҙа буласағын ҡысҡырып тора. Әлбиттә - Төньяҡ биҫтәлә.
“2018-2023 йылдарға заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты сиктәрендә быйыл Асҡар ауылының Төньяҡ биҫтәһендә ял паркы булдырыла. Бында спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары, йомшаҡ япма түшәлгән воркаут зонаһы булдырыласаҡ. Проект бик ылыҡтырғыс. Биҫтәнең урта өлөшөндәге ҡайынлыҡ күркәм ял урынына әйләнәсәк. Арт-объект урынлаштырыу ҙа ҡаралған.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: