«Демография» милли проекты сиктәрендә Красная Башкирия ауылындағы «Малыш» балалар баҡсаһы капиталь ремонтланды. Был маҡсатта 4275782,84 һум аҡса бүленде.
1964 йылда төҙөлгән ясли-баҡса иҫке генә түгел, авария хәлендә булыуы менән кескәйҙәр һәм бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн хәүефле лә ине. Капиталь ремонтты «Анир» ЯСЙ-һы башҡарҙы. «Элекке бинанан стеналар ғына тороп ҡалды, ҡалған ерен тулыһынса яңырттыҡ», – ти төҙөүселәр.
Үҙ дәүерендә яңы һулыш менән икенсе тормошон башлаусы баҡса бәләкәй дуҫтарын ҡабул итергә әҙер. Кисә ул тантаналы асылды.
Саранан тулы репортажды «Осҡон»доң йома һанында уҡығыҙ.