Төҙөкләндереү
11 Февраля 2021, 07:21

Тағы бер баҡса асылды

Салауат урта мәктәбендә кескәйҙәр өсөн мәктәпкәсә төркөм асылды. Быға тиклем бәләкәстәрен Ҡужанға баҡсаға йөрөтөүсе ата-әсәләрҙең шатлығы сикһеҙ.

Салауат урта мәктәбендә кескәйҙәр өсөн мәктәпкәсә төркөм асылды. Быға тиклем бәләкәстәрен Ҡужанға баҡсаға йөрөтөүсе ата-әсәләрҙең шатлығы сикһеҙ.
Баҡса төркөмө иҫ киткес матур, зауыҡлы килеп сыҡҡан. Иҙәндәр йылы, бүлмәләр иркен, яҡты, өр-яңы мебель, кескәйҙәр өсөн ярашлы сантехника, крандарҙан йылы һыу аға. Инеү урыны ла мәктәптекенән башҡа – айырым. Мәктәптең бер «ҡанатын» баҡса итеп үҙгәртеп-ҡороуға 3143473 һум аҡса бүленгән.
Читайте нас