+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Февраль 2021, 13:23

Милли проекттар халыҡ өсөн

Башҡортостанда 2021 йылда милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 26,3 миллиард һум тәшкил итәсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда 2021 йылда милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 26,3 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шуның 17,7 миллиард һумы федераль бюджеттан, ә ҡалған 8,6 миллиарды республиканан буласаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов. Быйыл республикала 2,26 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ 200 километр автомобиль юлдарын ремонтлау ҡаралған. Бынан тыш, Өфө, Салауат ҡалалары, Өфө һәм Иглин райондарында төп юлдарҙы төҙөү, төҙөкләндереү һәм капиталь ремонтлау дауам итәсәк. Шуны ла әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта төҙөлөш барған Нефтекама ҡалаһындағы 1225 урынлыҡ һәм Булгаков ауылындағы 825 урынлыҡ мәктәптәр үҙ ишектәрен асасаҡ. Тағы 22 мәҙәниәт объектын сафҡа индереү һәм төҙөкләндереү планлаштырыла. Ауыл мәктәптәрендә 207 “Үҫеш нөктәһен” асыласаҡ.
Читайте нас: