Башҡортостанда Ҡариҙел һәм Өфө райондары биләмәләре аша үтеүсе автомобиль трассаларында күп функциялы ике комплекс төҙөү планлаштырыла.
Улар үҙ эсенә транспорт сараларын парковкалау, автосервис, ял итеү майҙансығы, супермаркет, кафе, ҡунаҡхананы аласаҡ.
“Башҡортостан Рәсәйҙә юлдар оҙонлоғо буйынса икенсе урынды биләй. Юл йөрөүселәргә уңайлы шарттар булдырыу мөһим. Беҙ был өлкәгә инвестициялар йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Уның менән бергә төбәктә һалым базаһы арта, туризм тармағы үҫешә, яңы эш урындарындары барлыҡҡа килә”, - ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Илдең иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам” милли проектына тура килгән был инвестиция проектының дөйөм күләме 140 миллион һумға торошло. Ул комплекстар төҙөлгәс, яңы 57 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.