Стәрлетамаҡ ҡалаһында айырым юл участкаларын, тротуарҙарҙы ремонтлау милли проектты бойомға ашырыуҙа яңылыҡ булып тора. Әлеге ваҡытта күп урындарҙа яңы светофорҙар өсөн таяуҙар ҡуйыла, эшлектән сыҡҡан светофорҙар алмаштырыласаҡ, 970 метр йәйәүлеләр юлы төп юлдан кәртәләнәсәк. Шулай уҡ 12 саҡрым юлды ремонтлау күҙаллана.