Рәсәйҙең “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектына ингән “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы шундай сумма ҡаралған. Финанстың төп өлөшө федераль бюджеттан йүнәлтелә, ә 328 миллион һумы - республика ҡаҙнаһы өлөшө. Шулай уҡ урындағы ҡаҙналарҙан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанслау ҡаралған. Бүленгән аҡсаға ауылдарҙы төҙөкләндереү, һыу һәм газ үткәреү, социаль объекттар, йорттар төҙөү планлаштырыла.