Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты дүрт йыл элек илдәге насар юлдар картаһын төҙөй башлағайны — улар тураһында Рәсәй ҡалаларында һәм ауылдарында йәшәүселәр хәбәр ебәреп торҙо. Ошо осор эсендә интерактив картала 55 мең километр юл селтәре һыҙылды, шуларҙың 44 мең километры — үтеп сыҡҡыһыҙ юлдар.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сараларына күп кенә трассаларҙы төҙөкләндереү мөмкин булды, әммә ремонтлайһы урындар байтаҡ әле.
Бөтә водителдәр ҙә сифатһыҙ юлдарға ялыу яҙа ала, бының өсөн үҙегеҙҙең төбәктәге Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайытна инергә кәрәк, тип яҙа «АиФ» гәзите. Ҡулығыҙҙа гаджет булһа, соҡор-саҡырлы юлды фотоға төшөрөп, ошонда уҡ сайтҡа һалырға була. Бындай алама юлдарҙың йылдар буйы ремонтланмауының төп сәбәбе — аҡса етмәүҙә. Юл хужалығы ойошмалары бер трассаны сафҡа индерергә өлгөрмәй, икекнсеһендә соҡорҙар барлыҡҡа килә һәм уларҙы төҙөкләндереү өсөн аҡса юллағансы, әләл күпме ваҡыт үтеп тә китә.
Илдәге федераль юл селтәрҙәре оҙонлоғо 60 мең саҡрымдан ашыу, ә уларҙы һалҡын миҙгелдә ремонтлап булмай. Рәсәйҙә ҡыш биш ай тирәһе дауам итә, шунан көн йылындымы, башлана инде йырып сыҡҡыһыҙ соҡорҙар.
Трассаларҙы даими рәүештә төҙөк тотоу маҡсатында түләүле юл участкалары булдырыла. Был арауыҡты инвесторҙар үҙҙәре ҡарай.