Төҙөкләндереү
23 Марта 2021, 06:28

Йәнгел ихаталарын танырлыҡ түгел хәҙер

Уҙған йомала район башлығы Илдар Нафиҡов, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов, социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Вадим Ғафаров һәм башҡа яуаплы етәкселәр Йәнгел ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты.

Уҙған йомала район башлығы Илдар Нафиҡов, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов, социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Вадим Ғафаров һәм башҡа яуаплы етәкселәр Йәнгел ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты.
Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров уҙған йылда биләмәлә башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, алдағы пландар менән таныштырҙы. Рөстәм Эрнст улының докладынан күренеүенсә, биләмәлә өс урта, бер башланғыс мәктәп, 4 балалар баҡсаһы, 4 ФАП һәм Йәнгел табип амбулаторияһы эшләй. Мәҙәниәт йорто, 4 ауыл клубы, ике китапхана, элемтә бүлексәһе, Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе, БашРЭС подстанцияһы, «Источник» ЖРЭУ-һы, «Урал аръяғы АГРО МТС-ы»ның ырҙын табағы эшләй.
Отчет осоронда халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән күп эштәр атҡарылған. Первомай ауылында — бер урамға, Йәнгелдең Парк һәм Юбилейный урамдарына, Атауҙының һәм Таштуйҙың икешәр урамына ҡырсынташ түшәүгә район юл фондынан аҡса бүленгән. Йәнгел ауылында урам юлдарына асфальт түшәү эштәре башҡарылған. Әйткәндәй, 2019 йылда Йәнгелдә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуы үтеү сәбәпле, ауылдың күп урамдары ремонтланғайны. Яҡшы булған һайын кешенең ихтыяжы ла арта бара, бөгөн йәнгелдәр юлдарҙы асфальтлауҙы һорай.
«Цемикс» заводы төҙөлөшөндә эштәр алып барған Ҡытай фирмаһы В. И. Ленин һәйкәленең кәртәһен яңыртыуға материалдар менән ярҙам иткән, бер йыл элек ошо уҡ кампания «Дуҫлыҡ» скверын кәртәләү эшендә бағымсы булған.
«Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса Йәнгел ауылының ике ҡатлы йорттары янындағы ҙур ихата төҙөкләндерелгән, унда заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, тротуарҙар эшләнгән, сүп-сар майҙансыҡтары төҙөкләндерелгән, бер һүҙ менән әйткәндә, ял итеү өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған.
Төҙөкләндереү эштәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы программаларының ярҙамы ҙур булыуы бәхәсһеҙ. Миҫалға, Йәнгелдә бер йорттоң подъезына капиталь ремонт яһалған (бынан алдағы йылда ла бер подъезд тәртипкә килтерелгәйне). «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса Йәнгел мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре яңыртылған. Шулай уҡ Таштуй, Әүнәш, Первомай, Атауҙы ауылдарындағы обелискыларҙы тәртипкә килтереүҙә партияның программалары булышлыҡ иткән. «Яҡты ҡала» программаһы буйынса Таштуй урамдары яҡтыртылған. Әүнәштәр иһә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында урамдарҙы яҡтыртыуға өлгәшкән. Атауҙыла «Аныҡ эштәр» буйынса балалар баҡсаһы тәҙрәләре замансаға әйләндерелгән, клубта эске ишектәр яңыртылған.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Бөтә Рәсәй конкурсында йәнгелдәр «Иң яҡшы муниципаль практика» бәйгеһенең республика этабында, ауыл биләмәләре араһында, беренсе урынға бирелгән 1,2 миллион һум аҡсаға ял паркында сәхнә эшләгән, майҙансыҡҡа тротуар плитәләре һалған, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйған.
Төбәк операторы ярҙамы менән ике ҡатлы бер йорттоң ҡыйығы алмаштырылған. Балалар баҡсаһы менән мәктәп араһында йәйәүлеләр үткәүелендә семафорҙар ҡуйылған, тротуарҙар эшләнгән.
Титов урамындағы һыуүткәргес капиталь ремонтланған, насостар яңыртылған, ҡаҙанлыҡтағы насос та алмаштырылған.
Ишҡол мәктәбенән килтерелгән ГАЗ-66 автомобилен янғын һүндереүҙә ҡулланыуға үҙгәртеп ҡороу бара. Әүнәштә янғын һүндереү гидранты ҡуйылған. 7 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр һәм яңғыҙаҡтар йәшәгән 106 йортҡа янғынды иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйылған.
Йыл башынан сүп-сар махсус урындарҙа контейнерҙарға йыйыла.
Быйылға билдәләнгән пландар иҫәбендә төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр күләме билдәләнгән. Мәҫәлән, «Аныҡ эштәр» программаһы ярҙамында Йәнгел ауылында тағы бер балалар майҙансығы булдырыу, ауыл биләмәһе ауылдары урамдары юлдарын йүнәтеү, төҙөкләндереү эштәре йәһәтенән башҡарыласаҡ башҡа эштәрҙе әйтеп үтте биләмә башлығы. Мәҫәлән, Таштуй зыяраты ППМИ нигеҙендә кәртәләнәсәк. Атауҙы һәм Первомай ауылдары урамдарын яҡтыртыу өсөн уларҙа электр энергияһын иҫәпләү приборҙары һәм яҡтыртыу таймерҙары ҡуйыу планға алынған. Йәнгелдә янғын һағы боксы сафҡа инәсәк
Артабан И. Нафиҡовтың район хакимиәтенең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге хаҡындағы отчетын тыңлағандан һуң, йәнгелдәр үҙҙәре һүҙ алды. Һәр ауыл вәкиле сығыш яһап, ауылдаштарын борсоған проблемаларҙы күтәреүе йыйындың тыныс, эшлекле шарттарҙа үтеүенә булышлыҡ итте.
Юлай Ҡаҙаҡбаев Йәнгел ауылында башҡарылған эштәр өсөн урындағы хакимиәткә һәм район етәкселегенә рәхмәт әйтте һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү эштәренең артабан да дауам ителеренә ышаныс белдерҙе.
Первомай ауылы старостаһы А. В. Карпов ауылдаштарын борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. Йәнгел йылғаһы аша ауыл эргәһендә һалынған күпергә тағы бер торба өҫтәп һалыуҙарын һораны, сөнки, әйтеүенсә, яҙғы ташҡын ваҡытында һыу торбаға һыймай, өҫтән ағып, юлды йыуа икән. Икенсе һорауы уҙған йыл ябылған балалар баҡсаһын ҡайтанан асыуға ҡағылды. Уҙған йыл үтергә тейеш булып, пандемия арҡаһында кисектерелгән ауылдаштар осрашыуы быйыл ойошторола ҡалһа, байрамға клубты тәртипкә килтереү зарурлығын да билдәләне ул.
— Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡлана бара. Быға, әлбиттә, прививкалар яһатыу ҙа булышлыҡ итә. Шулай итеп, коллектив иммунитет барлыҡҡа килһә, сирҙе еңербеҙ тип ышанам һәм «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары ла мотлаҡ ойоштороласаҡ. Клубты ремонтлауға һәм торба һалыуға килгәндә, комиссия менән барып ҡарап, урында хәл итербеҙ, — тине Илдар Таһир улы.
Балалар баҡсаһы асыу мәсьәләһе буйынса «Бина әҙер, тейешле ҡорамалдар бар. Тик ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә тулы ставка ҡаралмағанлыҡтан, аҙ эш хаҡына эшләргә риза кеше генә кәрәк», — тигән яуап бирелде.
Әүнәштән староста Йәғәфәр Ҡаһарманов ауылға инеү юлының насар булыуына зарланды, шулай уҡ ауыл халҡын эсәр һыу мәсьәләһе күптән борсой — яҙ көндәре бөтә бысраҡ һыу йылғаға яҡын урынлашҡан скважинаға тула һәм халыҡ таҙа һыуһыҙ ҡала икән.
Әүнәштәрҙең дә проблемаһын урынға сығып өйрәнгәндән һуң яуап биреләсәк.
Һыу мәсьәләһе Атауҙыла ла киҫкен тора. Был хаҡта әүҙем йәмәғәтсе Римма Замалетдинова һөйләне. Ул шулай уҡ ауыл урамдары яҡтыртылмауына борсолоу белдерҙе. Спортта әүҙем, айырыуса хоккей һәм футбол буйынса алдынғылыҡты бирмәгән атауҙыларҙың спорт майҙансыҡтары булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ололар ҙа, балалар ҙа сәкән һуғырға ярата, тик уларға кейенеп-сисенеү урыны кәрәк.
Урамдарҙы яҡтыртыуға килгәндә, Рөстәм Эрнст улы, эшкә проект әҙер, тик был тәңгәлдәге программалар ябылыу сәбәпле, мәсьәлә хәл ителмәй ҡалған, тип яуап бирҙе. Ошо һәм спорт менән шөғөлләнеү шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итергә вәғәҙәләне район башлығы.
«Һыу селтәре ныҡ иҫкергән уны сафтан сыҡҡан урынын ремонтлау менән генә мәсьәләне хәл итеп булмай. Шуға күрә селтәрҙе яңыртыу буйынса проект эшен башлау отошло булыр», — тигән тәҡдимен еткерҙе Фуат Рәфҡәт улы.
— Мәктәптең 76 тәҙрәһен замансаға алмаштырыу зарур. Шулай уҡ бинаның балалар баҡсаһы итеп үҙгәртелгән өлөшөнә инеү урынындағы бетон иҙәнгә таҡта түшәү ҙә талап ителә. Шәхси ихаталарҙа 300-ҙән ашыу баш мал иҫәпләнә, тик уларға көтөүлек ерҙәре етешмәй, шул уҡ ваҡытта ауыл эргәһендәге баҫыуҙар сәселмәй буш ята, — тип таштуйҙарҙың проблемаһын бәйән итте ауыл Советы депутаты Илшат Әхмәтов.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов сығышынан асыҡланыуынса, мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырыу буйынса смета төҙөүгә заказ бирелгән, ә икенсе һорауға, урында тикшерелгәндән һуң, аныҡлыҡ индереләсәк.
Көтөүлектәр буйынса Ғәлим Наил улы яуап бирҙе:
— Таштуйҙарҙың 450 гектар көтөүлек ере бар. Тағы шуныһы: һөрөнтө ерҙәрҙе көтөүлеккә әйләндереү мөмкинлеге юҡ. Ә эшкәртелмәй, буш ятҡан баҫыуҙар буйынса ер контроле тарафынан тейешле эш алып барыла.
«Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Баязитова үҙе эшләгән учреждение мәнфәғәтенә ҡағылған проблемалар хаҡында һөйләне.
Был баҡсаның эшләй башлауына быйыл 45 йыл тула икән, әммә ошо йылдар арауығында бинаға бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Һөҙөмтәлә түшәменән һыу аға, электр үткәргестең ныҡ иҫкереүе хәүеф тыуҙыра, янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы, запас эвакуация юлы булдырылырға һәм сарлаҡ янғынға ҡаршы эшкәртелергә тейеш икән.
— Балаларҙың хәүефһеҙлеге беренсе урында тора һәм янғындарҙы иҫкәртеү саралары тәү сиратта эшләнергә тейеш, — тип был эштәрҙе кисектергеһеҙ башҡарыу зарурлығына баҫым яһаны район башлығы.
Балалар баҡсаһының ҡыйығын алмаштырыу, ремонт-төҙөлөш эштәре буйынса башҡа ауылдарҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итеү маҡсатында был эштәрҙе район хакимиәте янындағы «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ойошмаһы ҡарамағына биреү мөмкинлеге ҡараласағын да әйтте Илдар Таһир улы.
Һәр ауыл халҡын йөҙәткән берәҙәк эттәр, аттар тураһында һүҙ сыҡҡас, залдың геү итеп ҡалыуы был проблемаларҙың һәр урында ни тиклем киҫкен тороуын күрһәтә. Эйе, бөгөнгө закон буйынса эттәрҙе атырға, ағыуларға ярамай. Шулай ҙа, был мәсьәләлә тәртип булдырыу Илдар Таһир улы әйтеүенсә, беҙҙең һәр беребеҙҙән тора.
— Эттәр өсөн Асҡарҙа приют төҙөнөк, тик урамда йөрөгән бөтә эттәрҙе унда урынлаштырып булмай. Эттәрҙең үрсетеүен туҡтатыу мөмкин түгел, шуға үҙебеҙгә эт тоторға өйрәнергә кәрәк: ул бәйҙә тоторға, идентификацияланырға тейеш, — тине ул. — Йылҡы хужалары менән эш башланыҡ, уларға өйөрҙәрҙе көтөү талабы ҡуйылды.
Сығыш яһаған хеҙмәт ветерандары Марс Заманов, Әфләх Мәхмүтов биләмә ауылдарының йөҙө яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләп, ауыл биләмәһе башлығының эшен ҡәнәғәтләндерерлек тип баһаланы.
Читайте нас