Төҙөкләндереү
27 Марта 2021, 03:15

Яңы ҡорамалдар ҡайтарылды

“Һаулыҡ һаҡлау” миили проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәшеү” төбәк проектына ярашлы, баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” клиник дауаханаһы базаһындағы ҡан тамырҙары үҙәгенә үпкәне яһалма елләтеүгә өс аппарат ҡайтарылған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” миили проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәшеү” төбәк проектына ярашлы, баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” клиник дауаханаһы базаһындағы ҡан тамырҙары үҙәгенә үпкәне яһалма елләтеүгә өс аппарат ҡайтарылған. Уларҙың дөйөм хаҡы һигеҙ миллион һум самаһы тәшкил итә.
Дауахана мәнфәғәтендә ҡулланыласаҡ аппараттар барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, төрлө режимдарҙа эшләй. Ул өлкәндәргә лә, балаларға ла ярҙам күрһәтергә булышлыҡ итә. Аппараттар әлеге ваҡытта тулыһынса файҙаланыла.
Ҡоролмалар федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынған. Дөйөм алғанда, ошо проект сиктәрендә ағымдағы датаға республикаға 16,6 миллион һумлыҡ алты ошондай аппарат алынған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас