Шихан итәгендә визит үҙәген төҙөү тамамлана, уның эсендә был тауҙың уникаль тәбиғәте, экскурсиялар тураһында мәғлүмәт алырға була. Шулай уҡ эшҡыуарҙар ошонда үҙҙәре етештергән милли продукция менән сауҙа итә аласаҡ. Маҡсат — туристарҙың яңы күңел кисерештәре генә түгел, ә уларға урындағы, сифатлы ризыҡты, ҡул эштәрен һатып алыу мөмкинлеге биреү. Мәктәп уҡыусылары өсөн лекциялар ҙа буласаҡ.