Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай шатлыҡлы ваҡиға менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты. Тоннель оҙонлоғо 1 мең 276 метр, тәрәнлеге – 63 метрға етә.
Көнсығыш сығыу юлының оҙонлоғо яҡынса 14 километр тәшкил итә. Ул Өфө аша ике федераль трасса –тоташтыра. Ул ҡала һәм төбәк автомобиль юлдарын бушатырға мөмкинлек бирә, ике федераль трассаны – М5 һәм М7 юлдарын үҙ-ара тоташтыра, ҡала аша йөрөү уңайлығын яҡшырта. Проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Федераль юл агентлығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Новиков Волга буйы федераль округындағы иң ҙур инфраструктура проекттарының береһен төҙөү урынында булды.
Әлеге ваҡытта бында меңдән ашыу кеше эшләй, 124 берәмек төҙөлөш техникаһы һәм ҡорамал йәлеп ителгән. Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн яңынан башлағандан алып 3,3 миллиард һум үҙләштерелгән.