Төҙөкләндереү
6 Апреля 2021, 11:15

Ағас ултыртыу буйынса тәүге өмә 24 апрелдә үтәсәк

«Йәшел Башҡортостан» ағас ултыртыу акцияһының беренсе этабы 24 апрелдә — «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара проекты сиктәрендә ойошторола. Был маҡсатта республиканың ҡала һәм райондарында 670 биләмә билдәләнгән.

«Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары барышында республикала 250 гектарҙан ашыу майҙанда ағас ултыртыласаҡ. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте садпамяти2021.рф сайтында табырға мөмкин.
Урман хужалығы министрлығы республиканың дәүләт урман фондын тергеҙеү йәһәтенән 1 миллионға тиклем ағас, ҡыуаҡ әҙерләгән.
«Хәтер баҡсаһы» акцияһы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Ойоштороусылары – «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте һәм Еңеү полководецтарының Хәтер фонды.
Читайте нас