Төҙөкләндереү
20 Апреля 2021, 11:55

Асҡарҙа яңы ял паркы төҙөлә

Һеҙ һүрәттә, дөрөҫөрәге төҙөләсәк объекттың проект планында күргән заманса ял паркы тиҙҙән Асҡарҙа ысынбарлыҡта хасил буласаҡ. «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты буйынса быйыл район үҙәгенең Төньяҡ биҫтәһендә «Төньяҡ балҡышы» ял паркы төҙөлә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һеҙ һүрәттә, дөрөҫөрәге төҙөләсәк объекттың проект планында күргән заманса ял паркы тиҙҙән Асҡарҙа ысынбарлыҡта хасил буласаҡ. «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты буйынса быйыл район үҙәгенең Төньяҡ биҫтәһендә «Төньяҡ балҡышы» ял паркы төҙөлә.
Был маҡсатта федераль ҡаҙнанан яҡынса 7 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо көндәрҙә бында төҙөлөш эштәре башланасаҡ та инде.
Подряд эштәрен аукционда еңеп сыҡҡан «Анир» ЯСЙ-һы (Ю. М. Таһиров) башҡара. Объект 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Уйын майҙансыҡтары өсөн бәләкәй архитектура формалары (тауҙар, бәүелсәктәр) һатып алынған да инде. Башҡа кәрәкле ҡорамалдар, видеокамералар, төҙөлөш матералдарына заказдар эшләнгән. Ял паркының исемен сағылдырған арт-объект та булдырыласаҡ, тип хәбәр итте район хакимиәте ҡарамағындағы капиталь төҙөлөш бүлегенең әйҙәүсе белгесе Р. И. Сафиуллина.
Читайте нас