Төҙөкләндереү
22 Апреля 2021, 04:58

Ауыл биләмәләрен үҫтереүгә 1,7 миллиард һум бүленә

2021 йылда Башҡортостанда ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең комплекслы программаһын финанслау 1,7 миллиард һум тиклем тәшкил итә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2021 йылда Башҡортостанда ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең комплекслы программаһын финанслау 1,7 миллиард һум тиклем тәшкил итә.
Иң күп өлөш социаль объекттар төҙөүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ торлаҡ төҙөү, юлдарҙы һәм ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла. Ауылдарҙы газификациялауға 60 миллион һум самаһы бүленгән. Был программа буйынса 50 км һыу торбалары һалыу, 35 төҙөкләндереү проектын тормошҡа ашырыу, ауылда йәшәгән 320-нән ашыу кешене эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү ҡаралған.
2020 йылда республикала был программа һөҙөмтәле эшләне, уның буйынса 385 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләм бирелде, бындай ярҙам 32 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөргә мөмкинлек биҙе. Тағы 61 ғаилә социаль килешеүе буйынса торлаҡ алды. Ауыл ипотекаһы программаһы сиктәрендә банктар биш меңгә яҡын ауыл халҡына 2,4 миллиард һумдан ашыу суммаға кредит бирҙе. Шулай уҡ 145 ауыл биләмәһе инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырҙы.
Читайте нас