Төҙөкләндереү
30 Апреля 2021, 04:00

Асфальт сифатлы буласаҡ

Башҡортостанда юлдарға ремонт эштәре башҡарғанда яңы, заманса технологиялар ҡулланыласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда юлдарға ремонт эштәре башҡарғанда яңы, заманса технологиялар ҡулланыласаҡ.
Юлдар һәм тротуарҙарҙың асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡаты Superpave күләмле проектлауы буйынса яһалған асфальт менән түшәләсәк. Йәғни япма транспорт хәрәкәтенең көсөргәнешлеген һәм төбәктең климат үҙенсәлектәрен күҙаллап һайлана.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, 2024 йылға юлдарҙың 85 процентын нормативтарға ярашлы хәлгә килтереләсәк. Быға “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә индерелгән яңы технологиялар булышлыҡ итәсәк.
Өфөләге Парк урамын ремонтлағанда һыуыҡ ресайклинг технологияһы файҙаланыласаҡ. Бында юл япмаһын алмаштырыуҙан тыш, коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороу, тышҡы яҡтыртыу системаһын яңыртыу, өҫтәмә туҡталҡа урындарын будырыу күҙаллана. Шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге маҡсатында өҫтәмә юл билдәләре ҡуйыласаҡ һәм юл тамғалары һыҙыласаҡ.
Читайте нас