Төҙөкләндереү
6 Мая 2021, 09:35

Асҡарҙан Хәлил йүнәлешендә юл яңыртыла

Юлсылар өсөн дә бөгөн ҡыҙыу мәл: ҡайҙалыр оҙон ҡыштан һуң соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килгән ҡырсын түшәлгән юлдар тигеҙләнә, асфальтланған юлдарҙағы соҡорҙар ямала, ҡайһы бер урындарға асфальт һалына.

Хәлил яғынан Асҡарға ингән юлда ла Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре дөргөн эшләй.
Предприятиеның юл участкаһы мастеры Салауат Хәлитов әйтеүенсә, Асҡар осондағы юл сатынан алып, бөтәһе 2,5 саҡрым арауыҡта юлдың туҙған ҡатламын йүнәтеү эштәре бара, йәғни соҡор-саҡырлы урындар тигеҙләнеп, юлға яңыртып асфальт түшәлә.
— Торошо бик насар булған юл участкаларын һайлап алып, уларға ҡайтанан асфальт түшәйбеҙ. Дөйөм алғанда, Асҡарҙан Айғырбатҡанға тиклем ошондай эштәр башҡарыу күҙаллана. Бынан тыш, Байым ауылын асфальт юл менән тоташтырыу дауам ителәсәк, әле унда нигеҙ әҙерләнә. Шулай уҡ Сибай йүнәлешендәге асфальт юлды быйыл Әлмөхәмәткә еткереү планлаштырыла, — ти ул.
Асҡар – Айғырбатҡан участкаһында Артур Лобанов етәкселегендәге асфальт һалыусылар биргадаһы эшләй. Ике яҡҡа ла туҡтауһыҙ машиналар ағымы үтеп торһа ла, юлсылар бер минутҡа ла эште туҡтатмай, дәррәү алып баралар.
Бригадир үҙенең ҡул аҫтында эшләүсе егеттәрҙең юл йөрөүселәргә артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырмаҫ өсөн эште тиҙерәк тамамлау маҡсатында иртәнән ҡара кискә тиклем тырышып эшләүҙәрен билдәләне.
Асфальт һалыу машинаһында Ринал Дәүләтбирҙин, катоктарға идара иткән машинистар Радмир Хәсәнов, Ғаяз Шаһимәрҙәнов, Рәфис Шәрәфетдинов, Сибәғәт Ғәлин һәр эште теүәл башҡарырға тырыша. Эшселәр Азамат Яхин, Руслан Баталов, Рамил Ҡаҙаҡбаевтар ҙа һынатмай. КамАЗ водителдәре Йәғәфәр Ғәлин менән Язар Суфиянов асфальт түшәүселәргә сеймалды ваҡытында ташып өлгөртә.
Читайте нас