Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда 694,6 мең квадрат метр торлаҡ йәки 9588 фатир сафҡа индерелгән. Был, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда күберәк йәки 111,7 процент тәшкил итә. Хәҙерге көндә торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан республикаһы илдә алтынсы урынды биләй, ә Волга буйы федераль округында – икенсе урында килә. 2030 йылға республикала торлаҡ төҙөлөшөн йылына 4 миллион квадрат метр еткереү бурысы ҡуйылған.