«Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» проекты буйынса район үҙәгенең Төньяҡ биҫтәһендә ял паркы төҙөлә башланы. Төҙөлөш эштәрен тендерҙа еңеп сыҡҡан «Анир» ЯСЙ-һы башҡара. Был ойошманың федераль программа сиктәрендә тормошҡа ашырған алтынсы һәм иң ҙур проекты. Һуңғы бер нисә йылда Сиҙәм, Михайловка, Хәлил, Гусев, Красная Башкирия ауылдарында төҙөлөш ойошмаһы төҙөгән күркәм ял һәм уйын парктары халыҡтың, бигерәк тә балаларҙың яратҡан урындарына әүерелде. Шулай булмай ни: ҡаласа уңайлы ял шарттары, заманса воркаут зонаһы, спорт майҙансыҡтары, сағыу уйын ҡаласыҡтары магнит кеүек үҙҙәренә тартып, ылыҡтырып, саҡырып тора бит!
Төньяҡ биҫтәлә йәшәүселәр бер нисә йыл элек үҙ көстәре менән уйын майҙансығы булдырғайны. Ауыл биләмәһе хакимиәтенән уйын ҡорамалдары бүлеп биреүҙәре генә көс булды, ҡалғанын төҙөлөш материалдарына аҡса йыйып, өмәләп үҙҙәре эшләп тә ҡуйҙы. Ләкин һуңғы осорҙа унда йәки тегендә ауыл ерлегендә ҡала парктарынан ҡайтыш булмаған ғаилә менән күмәкләп ял итеүгә шарттар булдырылған майҙансыҡтар үҫеп сыға башлауы Төньяҡ биҫтәне төйәкләгән ғәмле һәм сәмле кешеләрҙе битараф ҡалдыра буламы? «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» проектына ҡушылыу өсөн фәҡәт урындағы халыҡтан инициатива кәрәк булыуын белгәс, тәҡдим менән сығыш яһап, тауыш биреүҙә берҙәм ҡатнашты. Иң ҡатмарлы эше — объекттың проектын, документацияһын әҙерләү, конкурста ҡатнашыу ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселегенең һәм район хакимиәтенән архитектура һәм төҙөлөш белгестәренең тырышлығынан торҙо.
Һәм бына яҡты хыял ысынбарлыҡҡа әйләнеү юлында. Исеме лә, үҙе лә бик матур буласаҡ «Төньяҡ балҡышы» паркын төҙөүгә 6 миллион 800 мең һум аҡса бүленгән. Май каникулдары тамамланыу менән биҫтәнең урта тирәһендәге ҡайынлыҡта төҙөлөш эштәре башланды. Кәҫ ҡатламын айырып, таулы ерҙе тигеҙләү буйынса грейдер эшләй. Унан ҡырсынташ түшәп асфальтлағас, заманса талаптарға ярашлы резина япма һалынасаҡ. Йомшаҡ япма тура мәғәнәһендә лә бик йомшаҡ булмаҡсы — 5 сантиметр ҡалынлыҡтағыһы түшәләсәк. Төҙөүселәр йылдам эшләй. Тротуарҙарҙың дөйөм һыҙаттары ла күҙгә элерлек булып килә. Бында мастер Замир Насирйәнов етәкселегендә эшсе көстәр — Айнур Төлкөбаев, Илгиз Рәхмәтуллин, Динис Ситдиҡов тырышлыҡ һала. Погрузчикта Илдар Бүләкбаев эшләй. Әле егеттәр бордюрҙарҙы цемент иҙмәһе менән нығытып ҡуйып, брусчатка түшәүгә әҙерләй.
Биҫтәнең күрке булған хозур ҡайынлыҡ бар йәмендә ҡаласаҡ. Киреһенсә, өҫтәмә йәшелләндереү, газон сәсеү күҙаллана. Ҡайындар араһында велосипедсылар өсөн юл һалыу проектҡа индерелгән. Ул асфальт менән ҡапланасаҡ һәм дөйөм оҙонлоғо 400 метр тәшкил итәсәк. Паркта ял итеүселәр өсөн 10 эскәмйә, 29 урам фонары, 8 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы һәм бихисап сүп һауыттары ҡуйыласаҡ. Тренажер-турниктар, уйын ҡорамалдары, тауҙар һәм бәүелсәктәр менән йыһазландырылған комплекстар заказ буйынса эшләтелә. Әйткәндәй, быға тиклем төҙөлөш ойошмаһы Миәс ҡалаһы етештереүсеһе менән эшләһә, был юлы Башҡортостан тауарҙарына өҫтөнлөк биреп, Өфө предприятиеһы менән килешеү төҙөгән. Ышаныс яҡшы сифат менән аҡланыр һәм киләсәктә оҙайлы хеҙмәттәшлеккә нигеҙ булыр, моғайын.
Парктың исеменә тап килгән есеме булып арт-объект та ҡалҡасаҡ. Уның буйынса фекер алышыуҙар һаман дауам итә. Һыйырҙар, һарыҡ-кәзәләр йәшеллекте тәләфләп, бысратып йөрөмәһен өсөн парк биләмәһе тулыһынса кәртәләп алынасаҡ. Кешеләр иһә ҙур сығымдар һалып булдырылған заманса зауыҡтың ҡәҙерен китәрмәҫ, һаҡсыл мөнәсәбәттә булыр тип өмөт ителә. Ә инде ҡулдары ҡысыған зыян килтереүселәр була ҡалһа, улар закон алдында яуап бирәсәк, видеокүҙәтеү ҡоролмалары паркка бушҡа ғына ҡуйылмай.